Уның эшендә Мәсетле районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов, торлаҡ һәм ер контроле буйынса төп белгес Илнур Хәйруллин ҡатнашты.
Кәңәшмәнең маҡсаты – ер ҡануниәтен боҙоуҙар асыҡланғанда һәм уны ҡырҡа бөтөргәндә дәүләт ер күҙәтеүе һәм муниципаль ер контроле органдарының үҙ-ара килешеп эш итеүен камиллаштырыу.
Ер ҡануниәтен боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, асыҡлау һәм тамырынан бөтөрөү эшендә муниципаль инспекторҙар алдында торған көнүҙәк мәсьәләләр һәм проблемалар, ағымдағы йылда контроль һәм күҙәтеү органдарының үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләре, контроль-күҙәтеү сараларының практик мәсьәләләре тикшерелде.
Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса урындағы үҙидара органдарының физик шәхестәр һәм юридик ойошмалар тарафынан ер ҡануниәтенең үтәлеүе буйынса планлы һәм пландан тыш тикшереүҙәрен әүҙемләштереү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Белешмә: Мәсетле районында ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең дөйөм майҙаны 117191 га тәшкил итә, шуларҙың 102372 гектары – ауыл хужалығы биләмәләре, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр – 54499 га. Тәбиғи сабынлыҡтар 21394 га, көтөүлектәр 2935 га майҙанды тәшкил итә.
Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәгенең I категориялы белгесе.