Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
15 Март 2019, 17:06

Техниканы хәүефһеҙ эксплуатациялау – ул мөһим

“Йондоҙ” йәмғиәтендә үҙйөрөшлө машиналар һәм уларҙың тағылмаларының мөмкин тиклем күберәк һанын техник тикшереүгә биреүҙе тәьмин итеү, агросәнәғәт комплексы предприятиеларының күҙәтеү аҫтындағы техникаһын хәүефһеҙ эксплуатациялау өсөн яуап- лы кешеләр менән аңлатыу, профилактика эше уҙғарыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә булды.

Кәңәшмәгә район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов һәм Дәүләт техник тикшереүенең Мәсетле районы буйынса инспекцияһы баш дәүләт инженер-инспекторы Рәис Әхмәҙиев етәкселек итте. унда ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре, инженер-техник хеҙмәткәрҙәр ҡатнашты.

Пленар өлөштә техник тикшереү уҙғарыу, документация алып барыу, үҙйөрөшлө машиналарҙа эшләгән ваҡытта юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һәм хәүефһеҙлек техникаһын үтәү тураһындағы мәсьәләләрҙе тикшерҙеләр.

Кәңәшмәнең ғәмәли өлөшөндә узелдарҙың, агрегаттарҙың һәм тышҡы яҡтыртыу приборҙарының мөмкин булған төҙөкһөҙлөктәрен күрһәтеп, техник тикшереү уҙғарыу тәртибе тәҡдим ителде. Шулай уҡ сарала ҡатнашыусыларға Дәүләт техник тикшереү инспекцияһының мобиль эш урынының практик ҡулланылышын күрһәттеләр, ул туранан-тура уҡыу йорттарында имтихандар ҡабул итеү, тракторсы-машинист таныҡлыҡтары һәм техник тикшереү үтеү тураһында таныҡлыҡтар биреү, административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙың иҫәбен алып барыу, отчеттар формалаштырыу һәм электрон рәүештә, шулай уҡ ҡағыҙ сығанаҡтарҙа мәғлүмәттәр алыу мөмкинселеге бирә.

Инженер-инспекторҙың мобиль эш урынын файҙаланыу техник тикшереү уҙғарыу өсөн инспекциялағы сиратты шаҡтай кәметеүгә булышлыҡ итә.

Гөлдәр СОЛТАНОВА,

Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәгенең I категориялы белгесе.