Ул Мәсетле районы территорияһында малдарҙы тамғалау-ға һәм уларҙың иҫәбен алыуға арналды.
1993 йылдың 14 майындағы “Ветеринария тураһында” 4979-1 һанлы РФ законының 2.5-се статьяһы, РФ Ауыл хужалығы министрлығының 2016 йылдың 22 апрелендәге “Идентификацияланырға һәм иҫәпкә алынырға тейешле мал төрҙәре исемлеген раҫлау тураһында” 161-се бойороғо талаптарына ярашлы, малдарҙың йоғошло сирҙәре таралыуҙы булдырмау, шулай уҡ йоғошло сирҙәр тыуҙырғыстарының таралыу юлдары һәм сығанаҡтарын асыҡлау маҡсатында бөтә малдар ҙа индивидуаль йәки төркөмләп тамғаланырға һәм иҫәбе алынырға тейеш.
Ошо йылдың 1 апреленә тиклем бөтә малдар ҙа индентификацияланырға һәм “РЕАГРО” системаһына индерелергә тейеш, шуның менән бәйле район ауылдары буйынса идентификациялауҙың аҙаҡҡы графигын раҫланылар.
Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәгенең I категориялы белгесе.