Район буйынса барлығы 28 трактор, 8 йөк автомобиле ремонтлан-ған. График буйынса тракторҙарҙы, тупраҡ эшкәртеү техникаһын, комбайндарҙы ремонтлау дауам итә.
Яҙғы баҫыу эштәренә 145 трактор, шул иҫәптән 21 сылбырлы тәгәрмәсле тракторҙы йәлеп итеү планлаштырыла. Шулай уҡ 35 сәсеү агрегатының, 6 сәсеү комплексының, 39 һөрөү агрегатының яҙғы-баҫыу эштәрендә ҡатнашыуы көтөлә. Тракторҙарҙың әҙерлеге – 81%, автомобилдәрҙең – 89%, ауыл хужалығы машиналарының 91% тәшкил итә.
Яҙғы баҫыу эштәренә 530 тонна дизель яғыулығы талап ителәсәк, бөгөн кәрәкле күләмдең 7 проценты бар.
Сәсеүгә “Үҙәк” МТС-ының Дыуан филиалы һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтар техникаһын йәлеп итеү күҙаллана.
Мәғлүмәт-консультация үҙәгенең
баш инженер-консультанты.