Райондың иң эре ауыл хужалығы предприятиеларының береһе булып иҫәпләнгән “Йондоҙ” йәмғиәтендә йом- ғаҡлау йыйылышы – традицион сара. Унда уҙған йылға йомғаҡ яһала һәм ағымдағыһына пландар билдәләнә.
Йыйылыш эшендә Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәгенең баш агрономы Салауат Зәбихуллин һәм Яңы Мишәр ауыл биләмәһе башлығы Баймөхәмәт Ғүмәров ҡатнашты.
Хужалыҡтың баш зоотехнигы Илһам Фәтҡуллиндың һүҙҙәренсә, 2018 йылда бер һыйырҙан 35800 литр һөт һауып алыу планын үтәй алмағандар. Сәбәбе – мал аҙығының түбән сифатлы булыуы. Анализ сенажда май һәм уксус кислоталарының юғары кимәлдә икәнлеген күрһәтте, ә был иһә һыйырҙарҙың һаулыҡ торошона йоғонто яһамай ҡалманы.
Уҙған йыл башына фермала 656 баш һыйыр иҫәпләнә ине, быйыл – 648 баш. Уларҙың һаны 8 башҡа кәмегән. Шул уҡ ваҡытта быйыл уртаса тәүлек артымы 520 грамм тәшкил иткән, был уҙған йыл кимәленән 20 грамға күберәк.
Үрсем алыу 9 башҡа артҡан һәм быйыл 324 баш тәшкил иткән. Малдарҙың үлеүе борсоуға һала – 82 баш булып киткән, был уҙған йылға ҡарағанда 47-гә күберәк.
Осрап торған ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ферма эшсәндәре эштәрендә ныҡышмалылыҡ күрһәтә һәм юғары һөҙөмтәләргә ынтыла. Һауынсылар Лилиә Хәмиҙуллина, Зәлифә Мөхәмәтйәнова, Ләйсән Сөләймәнова, Зөбәржәт Камалетдинова, Роза Закирова, Рәзинә Шакирова, Гөлзәйнәп Хажиева, Әлфиә Ғилметдинова һәм Венера Сәбиғиәрова, мал ҡараусылар Илфат Ғәниев, Данис Фәйзуллин, Динар Сәхәүетдинов, Әхнәф Ғилметдинов, Илшат Ғайсин, Фәрүәз Шакиров, Радик Ниғмәтуллин яҡшы эшләгәндәр. Йәш малдарҙы Гөлбикә Закирова, Динар Һөйәрғолов, Альфред Камалов, Мәҡсүт Һөйәр-ғолов тейешле кимәлдә ҡарай.
Ветеринария процедуралары ваҡытында башҡарыла. Һыйыр малдары һәм аттар яҡшы торошта. Малсылыҡта күп процестар компьютерға һалына, “Меркурий” программаһы индерелгән.
“Йондоҙ” хужалығының баш инженеры Мәҡсүт Камаловтың әйтеүенсә, 2018 йыл хужалыҡ өсөн еңел булманы: ҡыш ҡар күп, йәй һалҡын, ә көҙ ямғырлы булды. Әммә, ошо ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, ауыл эшсәндәре малдарға етәрлек аҙыҡ әҙерләй алды.
Ҡыш етеү менән техниканы ремонтлау башланды. Мартта бар техника техник тикшереү үтеп, яҙғы баҫыу эштәренә әҙер ине. Апрелдән механизаторҙар баҫыуға сыҡты һәм эште күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыу-ҙан башланы.
Сәсеү эштәре 25 көн эсендә тамамланды. Унан һуң мал аҙығы әҙерләүгә төштөләр.
Ураҡ эштәренә 3 комбайн йәлеп ителде, уларҙың һәр береһенә 421 гектар майҙан тура килде. Уңышты ваҡытында, юғалтыуҙарһыҙ йыйып алғандар. Был – механизаторҙарҙың яйға һалынған берҙәм һәм ныҡышмалы хеҙмәт һөҙөмтәһе. Уңыш гектарынан 20 центнер-ҙан ашыу тәшкил итте – район буйынса иң яҡшы күрһәткес. 18 үҙйөрөшлө машина, 9 арба, 3 иген урыу комбайны, 2 мал аҙығы әҙерләү комбайны, “Кузбасс” сәсеү комплексы һәм башҡа техника бар.
Предприятие директоры Юрис Латыпов проблемалы мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Хужалыҡ штатында 56 кеше. Коллектив “ҡартая”, йәштәр ауыл хужалығына килергә бик ашығып бармай.
Автопарк туҙған. Техниканың йыш ватылыуы һөҙөмтәһендә өҙлөкһөҙ эшләп булмай. Яңыртыу өсөн күп аҡса кәрәк. Шул уҡ ваҡытта хужалыҡтың бынан алда алынған техникаға кредит һәм лизинг буйынса 4 миллион һумдан ашыу бурысы бар.
Механизаторҙарҙың етмәүе лә эштә сағыла. Әммә хәҙер предприятиела эшләп йөрөгәндәр ваҡыттары менән дә, көстәре менән дә иҫәпләшмәй. Шуның өсөн Юрис Хәйҙәр улы уларға рәхмәт белдерҙе. Производство алдынғыларын ул почет грамоталары һәм премиялар менән бүләкләне.
Шулай уҡ хужалыҡ директоры был йылға пландар билдәләне, быҙауҙар өсөн аҙбарҙы эшләп бөтөрөргә һәм фермаларҙа тиҙәк сығарыуҙы автоматлаштырырға кәрәклеген әйтте.
Алда – баҫыу эштәре, тимәк, ауыл эшсәндәре өсөн йәнә ҡыҙыу осор башлана. Хужалыҡ хеҙмәтсәндәре, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, эшләргә әҙер һәм яҡшы уңыш, юғары һауым алыу маҡсаты ҡуя.