Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
25 Февраль 2019, 16:06

Һөҙөмтәле эшләү өсөн кооперацияларға берләшергә кәрәк

Теләш фермерҙары эштәрен бергәләп алып барасаҡ

Ауыл хужалығы кооперациялары төҙөү, һис шикһеҙ, өҫтөнлөктәргә эйә. Фермерҙар һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтар тауарҙарын отошло һата аласаҡ, килем килтереүсе проект ярҙамында өс миллион һумға тиклем күләмдә грант алыу мөмкинлеге бар.

Теләш ауылынан Хәлитовтар бөгөн ошондай өмөттәр менән йәшәй. Улар-ҙың 20 баш һыйыр малы бар. Йәй 100 гектар ерҙән бесән сабып алалар. Ҙур һарай төҙөгәндәр, эштәрен еңеләйтеү маҡсатында һыйыр һауыу аппараты һатып алғандар. Хужалыҡта иҫке генә “Беларусь” тракторы ла бар, әммә ул әлегә эшкә яраҡһыҙ: ремонт һәм ҡиммәтле алмаш частар талап ителә.

Уңған ғаилә ауырлыҡтарға бирешеп тормай: үҙ хужалыҡтарында етештерелгән һөттө, ҡаймаҡ һәм эремсекте һатыу өсөн район магазиндарында урын тапҡандар. Һөт аҙыҡтарының һәр береһенә тейешле документтары бар. Әйтергә кәрәк, урындағы продукцияға халыҡ араһында һорау ҙур. Уҙған йылда 100 мең һумдан ашыу суммаға продукция һата алғандар.

– Крәҫтиән (фермер) хужалығы рентабелле булһын өсөн күп аҡса һалырға кәрәк, – ти ир менән ҡатын. – Ә кооператив төҙөү беҙҙең өсөн килем алыу мөмкинлеге бирәсәк.

Әлфирә менән Вадим был йүнәлештә эшләй башлаған да инде. Улар Ишәле ауылынан КФХ башлығы Тимерғәзи Фәрхетдинов, шулай уҡ ауыл биләмәһенең башҡа шәхси ярҙамсы хужалыҡтары менән берлектә кооператив төҙөргә уйлай.

– Килем килтереүсе проекттар программаһында ҡатнашып, грант алырға өмөтләнәбеҙ, – тип пландары менән уртаҡлаша фермерҙар. – Бүленәсәк аҡсаны һөт эшкәртеү буйынса мини-завод алыуға һәм ҡороуға тотонорға планлаштырабыҙ.

Документтарҙы әҙерләү менән Хәлитовтарҙың улы Фиҙаил шөғөлләнә. Әйткәндәй, крәҫтиән (фермер) хужалығы төҙөргә лә, кооперативҡа берләшергә лә ата-әсәләрен ул дәртләндерә.

Хәлитовтарҙың хужалығында көндәлек эш ҡайнай: малдар торған урынды таҙартырға, уларҙы туҡлыҡлы аҙыҡ менән тәьмин итергә, һыйырҙарҙы һауырға, йәш малдарҙы ҡарарға кәрәк. Күптән түгел һыйырҙары быҙаулаша башлаған, тимәк, мәшәҡәттәр өҫтәлә генә.