Унда шулай уҡ БР Ауыл хужалығы министрлығы, Ауыл хужалығы консультация үҙәге етәкселеге һәм белгестәре, КФХ башлыҡтары, кооперативтар һәм фермер хужалыҡтары ассоциациялары рәйестәре, идаралыҡтар начальниктары, мәғлүмәт-консультация үҙәктәре директорҙары, банктар һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү инфраструктураһы ойошмалары вәкилдәре булды.
Мәсетле районы исеменән “Хафиз” ауыл хужалығы тәьмин итеү-һатыу ҡулланыусылар кооперативы рәйесе Раил Дәүләтбаев сығыш яһаны:
– Минең КФХ эшмәкәрлеге һыйыр малдарын үрсетеүгә һәм халыҡҡа һыуытылған һөт, ит һәм йәш малдарҙы һатыуға йүнәлтелгән. Хеҙмәткәрҙәрҙең һаны – 5 кеше. 2011 йылдан 2018-гә тиклем төрлө республика маҡсатлы программаларында ҡатнаштым. Хужалығымды үҫтереүгә гранттар һәм субсидиялар алдым, һөт һыуытҡыс, автофургон-рефрижератор һәм бортлы ике ГАЗель автомобиле һатып алдым. Малсылыҡ биналарына ремонт яһарға, малдар һанын арттырырға, “Хафиз” кооперативы нигеҙендә үҙебеҙҙә етештерелгән һәм кооператив ағзалары тапшыр-ған һөттө эшкәртеү буйынса мини цех ойошторорға планлаштырам.
Ауыл хужалығы министрлығы һәм “Россельхозбанк”тың сығыш яһаусы вәкилдәренә грант ярҙамы һәм кредит средстволары алыу шарттары буйынса һәр төрлө һорауҙар бирелде.
Кәңәшмә һуңында белгестәр шәхси консультациялар бирҙе.
Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәгенең I категориялы белгесе.