Зәлифә һәм Вадим Ғәлиуллиндарҙың 2013 йылда асҡан үҙ фермер (крәҫтиән) хужалыҡтары бар.
Фермерлыҡ эшен Вадимдың әсәһе Мәрйәм Зәки ҡыҙы башлай. Үҙ заманында ул да КФХ башлығы була. Тыуған ергә һөйөү һәм эшсәнлек нәҫел буйынса балаларына ла күсә.
– Тәүҙә ҙур булмаған хужалығыбыҙ Оло Ыҡтамаҡ ауылында урынлашҡайны, – ти ғаилә башлығы Вадим Ғәлиуллин (һүрәттә уртала). – Һуңыраҡ КФХ-ны ҡатынымдың исеменә теркәнек, ҡуртымға биш гектар ер һәм Тимерәк ауылында ике ферма бинаһы алдыҡ. Улар-ҙың береһенә ремонт яһап, төҙөкләндереп, һыйыр малы урынлаштырҙыҡ.
Бынан тыш фермерҙарҙың 110 га ере бар, унда люцерна сәсәләр, йыл һайын мал аҙығы әҙерләйҙәр. Быйыл мал ҡышлатыуға 500-ҙән ашыу рулон бесән йыйып алғандар.
КФХ һөт етештереүҙе маҡсат итеп алған. Үткән йыл Ғәлиуллиндар 46 тоннанан ашыу продукт һатҡан. Бөгөн фермала 20 һауын һыйыры, 14 үгеҙ һәм тана бар. Уларҙың барыһын да төрлө ихаталарҙа бәйһеҙ аҫрайҙар. Яңыраҡ хужалыҡта һыйырҙар быҙаулай башлаған, яңы тыуған алты быҙау бар ҙа инде.
Һыйырҙар һауыу аппараты ярҙамында һауыла, ләкин фермала ҡул хеҙмәте лә күп ҡулланыла. Ярай әле фермерҙарҙың хеҙмәткәрҙәре Юлай Ғиниәтуллин менән Марсель Аҙнабаев бар. Көн һайын фермаға барып йөрөгән әсәләре Мәрйәм Зәки ҡыҙы ла ҙур ярҙам күрһәтә.
– Ферманан йыраҡ түгел мал һимертеү майҙансығы яһарға планлаштырабыҙ, – тип дауам итә Вадим. – Тағы ла ферманың икенсе корпусын ремонтлай башлағанбыҙ, уны быйыл тамамларға уйлайбыҙ. Ғаилә малсылыҡ фермаларына дәүләт ярҙамы программаһында ҡатнашыуға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Әгәр ул эш барып сығып грант алһаҡ, ит тоҡомло һыйыр малдары алмаҡсыбыҙ. Улар- ҙы ремонтланған бинаға урынлаштырасаҡбыҙ.
Бынан тыш, программа буйынса алырға ниәтләгән аҡсаға Зәлифә һәм Вадим Ғәлиуллиндар пресс-йыйғыслы яңы трактор алырға теләй, сөнки булған техникалары туҙған. Яңы техника аҡсаны ла, ваҡытты ла экономларға мөмкинлек бирер ине.