Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
18 Ғинуар 2019, 14:05

Сәсеү эштәренә әҙерлек башланды

Мәсетле районы аграрийҙары яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнә башланы.

БР Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, тағылма инвентарын ремонтлауҙы республикала ошо йылдың 1 февраленә тамамларға кәрәк. 1 мартҡа туп-раҡ эшкәртеү һәм сәсеү машиналары һәм ҡорамалдарының бөтә төрҙәре, ә 25 мартҡа яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашасаҡ тракторҙар әҙер булырға тейеш. Билдәләнгән тәртиптә, график буйынса үҙйөрөшлө техникаға техник тикшереү үтеү зарур.

Бөгөнгә яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашыусы трактор паркының 43, сәсеү һәм тупраҡ эшкәртеү машиналарының 63 проценты йүнәтелгән. “Ленинский” АПК-һында, “Аҡтау”, “Йондоҙ” йәмғиәттәрендә, “Попов А. В.” КФХ-һында техника ремонтлау һәм яҙғы эштәргә әҙерлек йылдам темптар менән бара.