Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
28 Сентябрь 2018, 12:06

Район хужалыҡтарында уңыш йыйыу тамамланып килә

Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге биргән мәғлүмәттәр буйынса, 27 сентябргә “Йондоҙ”, “Батыр”, “Восток-1” йәмғиәттәре һәм “Үҙәк” МТС-ы иген культураларын йыйып алыуҙы тамамлаған.

Дөйөм алғанда, район буйынса иген культуралары 21442 гектарҙан һуғып алынған (барлығы 22578 гектарҙан йыйып алырға кәрәк), был план майҙанының 95 процентын тәшкил итә. Уңыш гектарынан 7-нән алып 19,5 центнерға тиклем тирбәлә. 1633 тонна иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар орлоғо һалынған, шул иҫәптән: арыш – 903, арпа – 190, бойҙай – 430, борсаҡ – 100, кәрешкә – 10 тонна.

Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары игенселәре эре ауыл хужалығы предприятиеларынан ҡалышмай. Мәләкәҫ ауылынан фермер Вадик Бәҙретдиновтың баҫыуҙарында бойҙай һәм арпаны йыйып алыу буйынса эштәр тамамлан-ған. Улар тарафынан бураларға 2500 ц бойҙай һәм 1600 ц арпа һалынған. Алда – люцернаны орлоҡҡа һәм ҡарабой- ҙайҙы йыйып алыу.

Фермерҙың һөрөнтө ерҙәренең дөйөм майҙаны 900 гектарҙан ашыу, шуларҙың 662 гектары – иген культуралары. Беҙ килгән көндө “Лида” комбайнында Илшат Фазлыев, пресс-йыйғыста Фазылйән Хөсәйенов эшләй ине. Улар-ҙың икеһе лә инде 30 йылдан ашыу ауыл хужалығында хеҙмәт итә һәм үҙҙәрен икенсе өлкәлә күҙ алдына килтерә алмай. Уңышты “КамАЗ”да Илмир Ғилметдинов һәм “ЗИЛ” автомобилендә КФХ башлығы Вадик Вәис улы үҙе та- шый.

Айгөл ШАРАПОВА.