Мәсетле тормошо
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
10 Сентябрь 2018, 16:04

Һәр башаҡ ҡәҙерле

Райондың ауыл хужалығы предприятиеларында урып-йыйыу эштәре тулы көсөнә бара. “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә иген культураларының 36,2 проценты урылған. Хужалыҡ директоры Юрис Латыповтың һүҙҙәренсә, уртаса уңыш гектарынан 21,7 центнер тәшкил итә.

Предприятие баҫыуҙарында бөтәһе 1233 гектар иген культуралары үҫә: 300 га ужым арышы, 328 га арпа, 220 га һоло, 170 га ҡарабойҙай, 50 га кәрешкә. “Йондоҙ” аграрийҙары ужым арышының – 93,3, бойҙайҙың 50,6 процентын урып алған. Сабыуҙа Тимерйән Хәкимов менән Ғәйнетдин Ғилметдинов эшләй. “Дон”-да – Салауат Латыпов, “Нива” комбайндарында Азамат Хәлилов менән Марат Сәләхов хеҙмәт итә. Вәғиз Шафиҡов менән Фидан Сөләймәнов ашлыҡты ырҙын табағына ташый.

Игенселәргә ҡайнар ашты баҫыуға килтерәләр.

– Быйыл ужым арышының уңышы яҡшы, – тип һөйләй Юрис Хәйҙәр улы. – Гектарынан 25 центнерға барып етә. Дымлылыҡ уртаса – 18-20%. Ужым сәсеү буйынса ла эштәр алып барыла: планлаштырылған 200 гектарҙың 85 проценты башҡарылған.

Ураҡ эштәре көйлө бара, әммә хужалыҡ етәксеһен борсоған бер нәмә бар: баҫыуҙарҙы малдар тапай. Яңы Мишәр ауыл биләмәһе территорияһындағы халыҡтың малдары предприятиеға һиҙелерлек зыян килтерә.

– Беҙ ауыл биләмәһе хакимиәте менән берлектә был күренеш менән көрәшәбеҙ: әңгәмәләшәбеҙ, иҫкәртеүҙәр яҙып бирәбеҙ, әммә һөҙөмтә юҡ, – ти ул.

Был проблема бар районға хас. Уны хәл итеү өсөн булған саралар ғына етерлек түгел, күрәһең.

Белешмә:

Мәсетле районының мәғлүмәт-консультация үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, ауыл хужалығы предприятиеларында иген культураларының 27,3 проценты урылған. Уртаса уңыш гектарынан 17,5 центнер тәшкил итә. Урып-йыйыуҙа “Ленинский” (43,6%), “Аҡтау” (37,6%), “Батыр” (38,3%), “Йондоҙ” (36,2%) хужалыҡтары алдынғылар булып тора.

Иң юғары уртаса уңыш – “Йондоҙ”ҙа (21,7 ц/га) һәм “Аҡтау”ҙа (19,1 ц/га).


Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.