Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
3 Сентябрь 2018, 12:10

Фермер эштән ҡурҡмай

Рәлиф Мофазаловтың крәҫтиән-фермер хужалығы асҡанынан һуң ике йыл ғына ваҡыт үткән. Әммә уның ауыл хужалығында эшләү тәжрибәһе юҡ тиһәк, хата булыр.

Ул күп йылдар дауамында водитель булып эшләгән, күпселеген – “Баш-автотранс” предприятиеһында. Бер юлы фермер хужалығы алып барған ҡустыһына ярҙам иткән. Дөрөҫөн генә әйткәндә, Рәлиф Мәүлиғол улы энекәшенең эшенә үҙенекенә һымаҡ ҡарай – көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй.

Һыйыр малын үрсетеүҙә ярайһы уҡ тәжрибә туплағас, 2016 йылда үҙенең фермер хужалығын асып ебәрә. Тәүҙә бизнес-план төҙөй. Уның нигеҙендә Халыҡ мәшғүллеге үҙәге аша старт капиталы булараҡ 59000 һум ала. Уның Яңы Мөслим ауылында урынлашҡан хужалығы һөт тоҡомло һыйыр малдары үрсетеүгә һәм һөт етештереүгә йүнәлтелгән.

–Хәҙер минең крәҫтиән-фермер хужалығымда 24 баш һауын һыйыры, 8 тана, 14 быҙау бар, –ти Рәлиф Мофазалов. – Йыл һайын аҙлап малдар һанын арттыра барабыҙ. Тағы ла 60-ҡа яҡын һарыҡ аҫрайбыҙ. Мал- дарҙы фермала ҡарайбыҙ. Шунда уҡ, ҡуртымға алынған ерҙә, оҫтахана, транспорт һәм техника тора.

Әйтергә кәрәк, хужалыҡ эшмәкәрлеген алға ебәреүҙә “Эш башлаусы фермер” программаһында ҡатнашыу ярҙам итә. Уның буйынса мал аҙығы әҙерләгәндә бик тә кәрәкле роторлы бесән сапҡыс һатып ала. Йыл һайын 120 гектар ерҙә бесән сабалар. Быйыл фермер, уҙған йылдарҙағы кеүек, 450 рулон бесән әҙерләп ҡуйған. Уҙған йылдарҙа ер эшкәртеп, һоло сәскәндәр. Фермерҙың үҙ комбайндары юҡ, шунлыҡтан урып-йыйыу эштәрендә ҡыйынлыҡтар килеп тыуған.

Төп килем сығанағы, әлбиттә – һөт. Уны һатыу өсөн Рәлиф Мофазалов Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы “Урарту”кооперативы менән килешеү төҙөгән. Быйылғы алты айҙа 27 тоннаға яҡын һөт һауып алынған һәм тапшырылған.

Рәлиф Мәүлиғол улы башланғыс- тарында яңғыҙ түгел: улдары Рәнис менән Ринат, туғаны Ридан Мофазалов – уның тоғро ярҙамсылары. Улар малдарҙы ҡарай, көтә, йәй мал аҙығы әҙерләй.

Фермерҙың пландарында – һауын һыйырҙары һанын артабан арттырыу. Тимәк, мәшәҡәттәр ҙә өҫтәләсәк. Әммә фермер эштән ҡурҡмай.

–Быйыл ауырға тура килде: яҙҙан уҡ яғыулыҡ-майлау материалдарына хаҡ артты, ә һөттө һатып алыу хаҡы, киреһенсә, кәмене, – ти фермер. – Әммә беҙ төшөнкөлөккә бирелмәйбеҙ. Бик тырышҡанда һәм эшеңде яратып башҡарғанда, хужалыҡ алға барасаҡ.

Һүрәттә: Рәлиф Мофазалов (уртала) ярҙамсылары: улы Рәнис һәм туғаны Ридан менән.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.