Хәҙер хужалыҡтың бар көсө ураҡ эшенә йүнәлтелгән. Игенселәр матур көндәрҙә күберәк эшләп ҡалырға ашыға. Иген ҡырҙарында комбайн штурвалы артында 10 механизатор ашлыҡ ура, өс водитель урылған уңышты ташый. Улар бергәләп кенә яҡшы һөҙөмтәгә ирешергә мөмкин икәнлеген яҡшы аңлай. Игенселәрҙең маҡсаты – уңышты ҡыҫҡа ваҡыт эсендә юғалтыуҙарһыҙ йыйып алыу.
–Ужым арышының планлаштырыл-ған майҙанының яртыһынан күберәге – 59,5% йыйылған, – ти хужалыҡ директоры Илдар Ниғәмәтйәнов. – Борсаҡҡа тотондоҡ, дөйөм майҙандың 40 проценты йыйылды ла инде. Иген культураларының уртаса уңышы гектарынан 20 центнер тәшкил итә.
Борсаҡ менән ужым арышынан тыш игенселәргә 1737 гектарҙан бойҙайҙы, 902 гектарҙан арпаны, 530 гектарҙан һолоно, 874 га майҙандан ҡарабойҙай- ҙы, 220 гектарҙан кәрешкәне йыйып алырға кәрәк.
Бер юлы ужым арышын сәсеү эштәре лә алып барыла – эштең 53,3 проценты башҡарылған.
Һүрәттә: Һулдан уңға: водитель Зифат Ғиниәтов, комбайнсы Фәнис Мостафин, Илнур Әбдерәхмәнов, Дмитрий Петкин, Марсель Әҙиуллин, Радик Мостафин.