Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
22 Август 2018, 16:15

“Гәрәбәләй һары балдан нимә яҡшыраҡ була ала!”

Чистяковтар ғаиләһен районда бай стажлы умартасылар тип беләләр. Ғаилә башлығы ғүмер буйына бал ҡорто ҡараған.

Леонид Александровичтың бал ҡорттарына ҡарата һөйөүе ата-әсәһенән күскән, ә уларға – үҙ ата-әсәһенән. Чистяковтарҙы умартасылар нәҫеле тип хаҡлы әйтергә була.

– Минең әсәйем Татьяна Павловна ғүмер буйы колхоз умарталығында эшләгән,– тип һөйләй Леонид Чистяков. – Алты йәштән мине йәй көнө бал ҡорттары булған яланға ала торғайны. Һуңғараҡ инде мин ярҙам иттем: төтәттем, болғаттым…

Мәктәпте тамамлағас, ул тракторсы булырға теләгән, әммә техникумға уҡырға инә алмаған. “Серп и молот” колхозы бригадиры умартасыға уҡырға кәңәш бирә. Ул тап шулай эшләй ҙә.

Училищенан һуң, 1957 йылда, колхозда 12 умарталыҡтың береһендә умартасы булып эшләй башлай. Тырыш эш яҡшы һөҙөмтәләр килтерә. Ҡайһы бер йылдарҙа бер бал ҡорто күсенән 70 килограмға тиклем бал ала.

Шул йылдарҙа күп ғилми тикшеренеү эштәре үткәрелә: күп корпуслы аҫрауҙы һәм киңәйтелгән умарталарҙы индергәндәр, сағышмай торған бал ҡорттары сығарырға тырышҡандар. Леонид Александрович инә ҡорттарҙы сығарыу өҫтөндә эшләй. Ул иртәнән төнгә тиклем бөтә көндәрен эшендә үткәргән.

1965 йылда ул умарта эсендә таҡтанан “Ленин” исеме менән бәләкәй генә “мав-золей” эшләй. Бал ҡорто унда бал ташый. Был эште ВДНХ-ға ебәрә һәм бәләкәй көмөш миҙал ала.

Чистяковтарҙың шәхси хужалығында ла бал ҡорттары була. Ул ваҡытта биш умарта тоторға рөхсәт иткәндәр. Колхоз эшенән киткәс, бал ҡорто күстәре һандарын арттыра башлай. Умарталыҡта бал ҡорто күстәре һаны 47-гә етә. Йәй көнө яланға сығара. Балды әҙерләүҙәр контораһына тапшыралар һәм Свердловск өлкәһендә һаталар.

Леонид Александрович ғүмер буйы бал ҡорто ҡарай, ҙур тәжрибә туплай, ул турала оҙаҡ итеп һөйләй ала. Мауығыуына Оло Ыҡтамаҡ ауыл советында 30 йыл секретарь булып эшләгән тормош иптәше Зоя Ивановнаны ла өйрәтә. Ул – бал ҡорттарын ҡарауҙа төп ярҙамсыһы. Бөгөн 12 умарта тоталар.

–Быйыл бал бик тәмле, төрлө үләндән, –ти улар. – Эш көнөнән һуң гәрәбәләй һары бал менән сәй эсеүҙән дә нимә яҡшыраҡ була ала!


Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.