Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
20 Август 2018, 18:26

Уңыш йыйыу мәле етте

13 авгусҡа төбәктә 239 мең гектар майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлылар һуғыл-ған. Уртаса уңыш гектарынан 21,5 центнер тәшкил итә.

Бөтә майҙандарҙың яртыһы ғына йыйылһа ла, тулайым йыйымда күпселек өлөштө ужым культуралары биләй (443 мең тонна). Яҙғы культураларҙан бөгөн күберәк арыш йыйыла, ул 30 мең тонна самаһы һуғылған. Борсаҡ һәм һоло һуғыуҙың да ҡыҙыу мәле. Быйыл Ауыл хужалығы министрлығы игендән 3 миллион тонна уңыш алырға ниәтләй.

Мәсетле районында аграрийҙарға 22754 гектар иген культураһын йыйып алырға кәрәк. Иң беренселәрҙән булып “Аҡтау” ЯСЙ-һы һәм “Попов” КФХ-һы башланы.

Александр Поповтың крәҫтиән (фермер) хужалығы хеҙмәтсәндәре уңыш йыйыуға аҙна башында уҡ тотондо, эште ужым арышын йыйыуҙан башланылар. Хужалыҡта ул 330 гектарҙа үҫә. Шулай уҡ 300 гектар бойҙай, 100 гектар арыш һәм һоло, 320 гектар борсаҡ һәм башҡа культуралар бар.

–Урып-йыйыу эшендә 12 механизатор ҡатнаша, – тип һөйләй КФХ башлығы урынбаҫары Владимир Попов. – Эште был көндәрҙә башланыҡ, шуға күрә уңыш тураһында һөйләргә иртә әле. Дымлылыҡ уртаса – 15,5 %. Бер юлы мал аҙығы әҙерләүҙе тамамлайбыҙ.


Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.