Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
13 Август 2018, 11:12

“Баҫыу көнө” Төньяҡ-Көнсығыштың биш районын йыйҙы

Ҡыйғы районының “Әй” АПК-һында төньяҡ-көнсығыш урман-дала зонаһында “Баҫыу көнө-2018” ауыл хужалығы культураларын йыйып алыу-ҙы ойоштороу буйынса зональ семинар-кәңәшмә булды.

Семинар эшендә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Фазрахманов, БР буйынса Ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәт идаралығы етәксеһе Юрий Петров, БР “Үҙәк” МТС-ы предприятиеһының генераль директоры Илдар Насыров, “Селекция һәм агротехнология” йәмғиәте вәкиле Артур Хәйруллин, шулай уҡ райондар хакимиәттәре башлыҡтары һәм башлыҡтар урынбаҫарҙары, ауыл хужалығы идаралыҡтары һәм бүлектәре начальниктары һәм белгестәре, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашты.

Кәңәшмәнең пленар өлөшөн Илшат Фазрахманов асты. Ул республика төньяҡ-көнсығышы ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре алдындағы бурыстарҙы билдәләне һәм 2018 йылда урып-йыйыу эштәренең техник тәьмин ителеше менән таныштырҙы, аграрийҙарға үҙ продукцияларын үҙҙәре эшкәртә башларға кәрәк, шуның менән сеймалға һатып алыу хаҡтарына бәйле булмаҫҡа, тине. Тап шул маҡсатта кооперативтар булдырырға өндәүсе ауыл хужалығы тауар-ҙары етештереүселәре күбәйгәндән-күбәйә.

Шул уҡ ваҡытта үҙ тауарыңды алға этеү өҫтөндә эшләү мөһим: уңайлы һәм матур ҡап һәм этикетка эшләү, интернеттан һатыуҙы һәм башҡаларҙы уйлап еткереү.

Эштәрҙең уңышлылығында дөрөҫ сәсеү әйләнеше лә һуңғы ролде уйнамай, диверсификация өҫтөндә эшләргә кәрәк.

Бәрәкәтле Ҡыйғы ерендә ҡунаҡтар-ҙы район хакимиәте башлығы Шамил Мөхәмәтдинов сәләмләне. Ул семинарҙа ҡатнашыусыларҙы район аграрийҙарының уңыштары һәм киләсәккә пландары менән таныштырҙы:

– Быйыл яҙғы сәсеү 8071 га тәшкил итә, шул иҫәптән яҙғы бөртөклөләр 5508 га майҙанда сәселгән, ужым культуралары 10969 гектарҙа һаҡланып ҡалған. Иген культуралары барлығы – 6604 га. Игенселәр яҙғы рапс кеүек маржиналь культуралар үҫтереүгә йүнәлеш алды.

Ауыл хужалығы предприятиеларында һыйыр малдарының һәм аттар-ҙың кәмеүе борсолоу тыуҙыра. Ләкин шул уҡ ваҡытта крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында һыйыр малдары һәм аттарҙың 0,6 һәм 28,3 процентҡа артыуы күҙәтелә.

Бурыстар хаҡында һөйләгәндә, Шамил Радил улы машина-трактор паркының яңырыуын, уның техник һәм технологик модернизацияланыуын билдәләне.

Семинарҙың ғәмәли өлөшө лә тотороҡло һәм ҡыҙыу үҫешеүсе “Әй” хужалығында үтте. Район күләмендә ауыл хужалығы культураларының уңыш биреүсәнлеге, ҙур күләмдә юғары сифатлы мал аҙығы әҙерләү буйынса был АПК-ға тиңләшеүсе юҡ. Юғары репродукциялы һәм элиталы иген культуралары орлоҡтары үҫтереү буйынса предприятие орлоҡсолоҡ хужалығы булып иҫәпләнә. Йылына 100-ләгән тонна яҙғы бойҙай, ҡарабойҙай, ужым бой-ҙайы һәм арышының элиталы яңы сорттары һатыла.

Һауа торошоноң уңайһыҙ булыуына ҡарамаҫтан, хужалыҡта “Катерина” һәм “Краснодарская 194” сортлы кукуруз үҫтергәндәр. Шартлы рәүештә бер баш малға 41,2 аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән. Йылдан-йыл предприятие һөрөнтө ерҙәр майҙанын арттырырға ынтыла. Быйыл ул Салауат районы территорияһындағы 700 га майҙанда яңы ерҙәр-ҙе үҙләштергән.

Республиканың төрлө яғында культуралар төрлө ваҡытта өлгөрә, һәр зона өсөн яраҡлы сорттар һәм культуралар кәрәк. Республиканың төньяҡ-көнсығышында тап ниндәйҙәре юғары уңыш бирәсәген асыҡлау маҡсатында быйыл яҙ “Әй” АПК-һы баҫыуҙарында ғалимдар иген һәм майлы культуралар-ҙың 100-ҙән ашыу тәжрибә сорттарын сәсте. Семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыу-сылар күргәҙмә сәсеүлектәрҙе ҡарап сыҡты һәм дөрөҫ эшкәрткәндә, үҫеш стимуляторҙарын, шулай уҡ үҫемлектәрҙе һаҡлауҙың һәр төрлө схемаларын ҡулланғанда, үҫемлекселектә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеп була икәнлегенә инанды.

Унан тыш, кооператив яланында иң яңы ауыл хужалығы техникаһы һәм башҡа ҡорамалдар күргәҙмәһе ойошторолғайны. Райондар аграрийҙары үҙ эштәрендә ҡулланырға мөмкин булған фән ҡаҙаныштары менән танышты, шулай уҡ тәжрибәләре һәм пландары менән уртаҡлашты.

Ошо уҡ көндө Төньяҡ-Көнсығыш урман-дала зонаһында ураҡҡа старт бирелде.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.