Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
1 Август 2018, 11:48

Балыҡсылыҡ – эшҡыуарлыҡтың бер төрө

Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Садиҡов етәкселегендә Мәсетле районы делегацияһы тәжрибә менән алмашыу маҡсатында Салауат районындағы балыҡсылыҡ хужалығына барҙы.

Балыҡты туҡланыу өсөн генә түгел, ә үрсетеп һәм үҫтереп табыш алыу өсөн дә файҙаланырға мөмкин. Балыҡсылыҡтың рентабеллеге эшҡыуарҙың үҙенән, уның белеменән һәм аҡса эшләү теләгенән тора.

Мәрмәр һәм гәрәбә бағырын (форель) үрсетеү тәжрибәһе менән шәхси эшҡыуар, крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Марат Минибаев бүлеште. Ул Лазыя йылғаһында “Лазыя” бағыр хужалығының ойошторолоуы, бизнестың иҡтисади нигеҙҙәре, балыҡ үрсетеү ысулдары, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн кәрәкле саралар тураһында һөйләне.

Тәүҙә баҙарҙа балыҡ продукцияһының талап ителгәнлеген асыҡларға кәрәк. Һуңынан балыҡ төрөн, үрсетеү юлдарын һайлау зарур.

Балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү хоҡуғын биреүсе документтарҙы юллау ҙа мөһим этаптарҙың береһе.

Балыҡ үрсетеү өсөн һыу ятҡылығын төҙөкләндерергә, кәрәкле ҡорамалдар һайлап алырға, селбәрәләр, аҙыҡ, медицина препараттары кәрәк.

Балыҡсылыҡ хужалығында булыусылар бағыр үрсетеү буйынса бик күп файҙалы мәғлүмәткә эйә булды. Ошо сара беҙҙең районда ла балыҡ үрсетеү хужалыҡтарын булды- рыуға нигеҙ һалыр, тип ышанабыҙ.


Гөлдәр СОЛТАНОВА,

Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәгенең 1-се категориялы белгесе.