Барыһы ла ун йыл элек башлана. Ул саҡта Илшат Рәхимҡолов (һүрәттә) һыйыр малдарын һәм аттарҙы үҙенең шәхси ихатаһында аҫрай.
– Аттарға бәләкәй саҡтан айырым бер тулҡынланыу менән ҡарай инем, – ти ул. – Һәр ваҡыт үҙемдең тоҡомло малҡай-ҙарымды булдырғым килде.
Крәҫтиән (фермер) хужалығы асып, ғаилә башлығы элек совхоз келәттәре урынлашҡан ер участкаһын ҡарап ҡуя. Ул ауылдан алыҫ ята. Ләкин был фермер-ҙы ҡурҡытмай, һәм ул 300 га ерҙе ҡуртымға алып, биналарҙы шәхси милек итеп рәсмиләштерә.
Хәҙер уның хужалығында 36 баш һыйыр малынан тыш, 27 ат бар. Уларҙың күпселеге – эш йәки йөк аттары. Орлов юртаҡтары һәм ғәрәп йүгеректәре айырым тәрбиә һәм иғтибар талап итә. Йыл һайын улар төрлө ярыштарҙа һәм сабыштарҙа ҡатнаша.
– Сабыштарҙа ҡатнашыусы тоҡомло аттарҙы Дыуанда тотабыҙ, – тип дауам итә Илшат Ғәрәфетдин улы, – унда улар тураһында тейешле хәстәрлек күрәләр һәм күнекмәләр үткәрәләр. Оҙаҡламай Башҡортостандың йыл һайын уҙғарылыусы “Ҡанатлы ат” Ҙур түңәрәк ат-спорт сараһы үтәсәк.
Фермерҙың үҙ хеҙмәткәрҙәре лә бар. Улар өсөн хужалыҡ базаһында бөтә уңайлыҡтары булған бәләкәйерәк өйҙәр төҙөлгән. Рәфис Сәләхов алты йылдан ашыу эшен тел тейҙергеһеҙ башҡара. Ул һыйыр малдарын һәм аттарҙы яуаплы ҡарай.
Саф тоҡомло аттар тотоу КФХ башлығына килем килтермәй. Бының менән ул күңел өсөн генә шөғөлләнә. Шулай ҙа уның ҙур пландары бар:
– Киләһе йылдан ҡымыҙ бешә башлаясаҡбыҙ. Унан тыш, үҙ хужалығым территорияһында туристик база булдырырға теләйем. Бында ипподром, ял итеү өсөн ҙур булмаған өйҙәр буласаҡ. Ат сабыштары һәм атта ултырып йөрөүҙәр ойошторасаҡбыҙ, һыбай йөрөргә өйрәтәсәкбеҙ, ҡышын туристар ҡаргиҙәрҙәр-ҙә йөрөй аласаҡ. Тәбиғәт бында бик матур, теләүселәр мотлаҡ табыласаҡ.