Бөгөн Зиннәтуллиндарҙың “Башкирский привоз” фирма магазины Оло Ыҡтамаҡ ауылында, Свердловск өлкәһенең Первоуральск, Новоуральск һәм Екатеринбург ҡалаларында эшләй. “Башкирский привоз” продукцияһы Силәбе өлкәһендә лә һорау менән файҙалана.
Зиннәтуллиндарҙың улдары Илнур, Илдус һәм Илгиз эшҡыуарҙар династияһын уңышлы дауам итә. Ике улдары Екатеринбург ҡалаһында ғаилә бизнесын үҫтерә. Оло улдары Илнур үҙенең фермер хужалығын уңышлы алып бара. Унда 300 баш һарыҡ, иген культуралары һәм күп йыллыҡ үләндәр өсөн 200 гектар сәсеү майҙаны бар.
Кесе улдары Илгиз (һүрәттә) шулай уҡ үҙенең КФХ-һын ойошторған. Ул ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге 65 гектар ерҙе ҡуртымға алған. Май-ҙаны 144 квадрат метр булған бинала 23 баш эре мал һәм 102 баш кәзә- һарыҡ ҡарай. “Газель”-термофургон һәм “Газель”-рефрижератор автомобилдәренә, тракторҙарға, ЗИЛ-130 йөк машинаһына, культиватор, тырматҡыс, сәскес, һабан, каток кеүек ауыл хужалығы ҡорамалдарының тулы комплектына эйә.
2013 йылда йәш фермер “Мәсетле районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү” программаһында ҡатнаша. Бирелгән аҡсалата ярҙамды ул ит эшкәртеү цехын асыуға һәм ярым фабрикаттар әҙерләүгә, шулай уҡ үтә кәрәкле ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтә.
Бөтә ит продукцияһы “Башкирский привоз” сауҙа келәймәһе аҫтында сыға. Улар һатып алыусыларҙа ҙур һорау менән файҙаланған манты, билмән, хинкали, котлет, голубцы, шашлыҡ, эремсек билмәне, тултырма һәм ыҫланған ашамлыҡтар. Билмәнде ҡул менән эшләйҙәр, фарш – ҡушылмаларһыҙ юғары сифатлы иттән. Бинала тиҙ туңдырыу, әҙер һәм сей продукцияны һаҡлау өсөн өс ҙур һыуытҡыс камераһы бар. Хеҙмәткәрҙәр өсөн бөтә уңайлы шарттар булды- рылған: ике тапҡыр ашатыу ойошторолған, ял һәм душ бүлмәһе бар.
2014 йылда тырыш хеҙмәте өсөн Илгиз Зиннәтуллин район Мәғлүмәт-консультация үҙәгенең маҡтаулы грамотаһы менән бүләкләнгән. 2016 йылда “Йыл эшҡыуары-2016” республика конкурсының “Төбәк-ара һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек өсөн” номинацияһында еңеүсе, 2017 йылда Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ була.
Киләсәктә Зиннәтуллиндар етештереүҙе киңәйтергә, мал һуйыу урынын төҙөргә һәм продукция ассортиментын арттырырға планлаштыра.