Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
23 Июль 2018, 12:08

Бесән дә, сенаж да булыр…

Оҙайлы ямғырҙар туҡтап ҡалды. Бындай көндәрҙе бигерәк тә район аграрийҙары түҙемһеҙләнеп көттө – яуым-төшөм хеҙмәтсәндәргә тулы көскә эшләү мөмкинлеген бирмәне. Ләкин көндәр асылыу менән баҫыуҙарҙа мотор тауыштары геүләй ҙә башланы.

“Ленинский” ауыл хужалығы етештереү кооперативында ла мал аҙығы әҙерләү эштәре насар бара ине. Бөгөн хужалыҡ механизаторҙары яҡшы көндәрҙе файҙаланып ҡалырға тырыша.

Кооперативтың баш агрономы Василий Лешков әйтеүенсә, бөтә көс бесән һәм сенаж әҙерләүгә йүнәлтелгән. Механизаторҙар Семен Георгивских һәм Василий Полеготченков силос йыя торған “Дон-680” комбайндарында эшләй. Ташыуҙа – КамАЗ водителдәре Владислав Миндибаев, Денис Елисеев, ЗИЛда – Александр Ярушин һәм башҡалар. Сенажға ҡандала үләненән, туҡранбаштан, ебәләйҙән, шулай уҡ люцернанан ҡуҙаҡлы-ҡыяҡлы ҡатышма һалына. 19 июлгә 1282 т сенаж һалынған.

Бөгөнгә хужалыҡта 343 т бесән әҙерләнгән. Бында дүрт йыйғыс, ике әйләндергес тырма һәм ике кәбән һалғыс эшләй. Бесәнгә күп йыллыҡ үләндәр – туҡранбашты һәм ебәләйҙе сабалар.

Роторлы бесән сапҡыс менән трактор-ҙар артында Егор Берсенев һәм Алексей Красильников эшләй.

Баҫыу эшсәндәре өсөн ҡайнар туҡланыу ойошторолған. Был аграрийҙар өсөн үтә лә ҡәҙерле булған ваҡытты экономиялау мөмкинлеген бирә.

– Йәшел масса быйыл бик тә яҡшы,– тип һөйләй Василий Лешков. – Эйе, эштәр элеккегә ҡарағанда, бер айға һуңғараҡ башланды–былтыр был ваҡыт-ҡа беҙ планлаштырылған күләмдең яртыһынан күберәген әҙерләй торғайныҡ. Әммә үләнде беҙ ваҡытында йәки сәскә атҡансы саптыҡ, шуға ла бесән һәм сенаж сифатлы, туҡлыҡлы матдәләргә бай буласаҡ. Ә сифатлы мал аҙығы – юғары һауым нигеҙе.

Бынан тыш, “Ленинский” АПК-һы ураҡ эштәренә әҙерләнә. Хужалыҡта иген киптергесте, таҙартыу линияһын, тейәгес һәм башҡа агрегаттарҙы ремонтлау эштәре бара.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.