Туҡбай ауылынан Илдар Вәлиевтың (һүрәттә) крәҫтиән хужалығы өс йыл эшләп килә. “Эш башлаусы фермер” программаһында ҡатнашыу яҡшы старт булды. Уға ярашлы 2015 йылда фермер миллион ярым һум аҡса алды, был аҡсаға ул 800 литрға иҫәпләнгән һөт һыуытҡыс, һөтлө тоҡомдан 10 баш һыйыр, һауыу аппараты, пресс-йыйғыс һәм бесән йый-ғыс һатып алды.
Төп килемде фермер һыйыр һөтө һатыуҙан ала.
– Хужалыҡта 30 баш һыйыр малы бар, шуларҙың 14-е – һауын һыйыр, – ти КФХ башлығы. – Тырышҡанда, эш, әлбиттә, яҡшы килем килтерәсәк. Һауымды арттырыу өсөн рационды дөрөҫ төҙөргә кәрәк. Йыл һайын беҙ юғары сифатлы бесән әҙерләйбеҙ, унан тыш, һыйырҙарға сөгөлдөр һәм фураж ашатабыҙ. Шуға күрә ҡышын да юғары майлылыҡтағы күп һөт алабыҙ.
Хужалыҡта тәүлегенә 210 литр һөт һауып алалар. Сеймалды Мәсәғүт һөт комбинатына тапшыралар.
– Алдан һыуытылған һөттө цистерналарҙа үҙем комбинатҡа алып барам, – тип аңлата Илдар Вәлиев. – Тәүге ярты йылда беҙ 25 мең литр продукция һаттыҡ. Үгеҙ иттәрен һатыуҙан өҫтәмә килем алабыҙ.
Йәйгеһен фермер хужалығы малдарын ҡуртымға алынған көтөүлектәрҙә көтә. Бының өсөн өсөнсө йыл инде көтөүсе Айҙар Фәхретдиновты яллай-ҙар, ул үҙ бурыстарына яуап- лы ҡарай.
КФХ башлығы ветеринар эшен дә үҙе алып бара. Уның төп ярҙамсылары булып, әлбиттә, ҡатыны Гөлфирә һәм дүрт балаһы тора.
– Һөт хужалығын үҫтереү еңел түгел, әммә отошло, – ти Илдар Вәлиев.
Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, 5 июлгә ауыл хужалығы предприятиелары буйынса тулайым һауым 4635,4 тонна тәшкил итте, был үткән йылғы осорға ҡарағанда 465,8 тоннаға әҙерәк.
Тулайым һөт һауымының ыңғай динамикаһы “Дәүләтбаев” КФХ-һында күҙәтелә, унда 331,6 тонна (+72,9 т) тәшкил итте.
Шул уҡ ваҡытта йыл башынан бер һыйырҙан һөт һауып алыу 145,6 килограмға артты һәм 2377,14 кг тәшкил итте. “Дәүләтбаев” КФХ-һында был күрһәткес 2438,24 килограмға етте, был үткән йылғыға ҡарағанда 507,6 килограмға күберәк. Башҡа КФХ-ларҙа ла бер һыйырҙан һөт һауып алыу артҡан. Кәмеү “Ленинский” АПК-һында (11,8 килограмға), “Йондоҙ” йәм- ғиәтендә (498,7 килограмға) һәм башҡа ауыл хужалығы предприятиеларында күҙәтелә.