Планлаштырылған майҙанда сәсеү эштәрен беренселәрҙән булып тамамлағандар иҫәбендә “Нәсибуллин Р.Т.” КФХ-һы ла бар.
– Сәсеүҙе планлаштырғандан бер аҙнаға һуңыраҡ башланыҡ,– тип һөйләй хужалыҡ башлығы Ришат Тимерйән улы. – Сәсеү барышында әллә ни ҡыйынлыҡтар булманы. Баҫыуҙа ДТ-75 һәм МТЗ тракторҙарында механизаторҙар Марсель Сафин һәм Динар Сафин эшләне. Шулай уҡ сәсеүселәр ярҙам итте.
“Нәсибуллин Р. Т.” КФХ-һының сәсеү майҙаны күләме үткән йылдағы кеүек 200 га тәшкил итә. Фермер бойҙай, һоло һәм арпаның элита сорттарын сәскән. Эштәрҙе ун көндә тамамлаған.
Хәҙер Ришат Тимерйән улы техниканы ремонтлау менән шөғөлләнә. Был аҙнала химик утауҙы планлаштырған. Шулай уҡ, арыш сәсеү өсөн пар ерҙәрен эшкәртеүгә төшөргә уйлай.