Яҙғы культураларҙы сәсеү өсөн “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшсәндәре баҫыуға 12 май-ҙа сыҡты. Бөгөн хужалыҡта планлаштырылғандың 96 процентында 328 га бойҙай сәселгән, 112%– 240 га һоло, 100%– 50 га кәрешкә һәм 66,8%–165 га арпа.
Эштәр “Кузбасс” сәсеү комплексы, К-700, МТЗ-80 һәм МТЗ-82 тракторҙары менән алып барыла. “Йондоҙ”ҙа сәсеү эштәренә 10-лап механизатор йәлеп ителгән. Водителдәр Салауат Латипов, Рифат Ханнанов, Ғәйнетдин Ғилметдинов, сәсеүселәр Тимерйән Хәкимов, Айҙар Камалов, Айрат Хәйретдинов үҙҙәренең вазифаларына яуаплы ҡарай. Орлоҡ ташыуҙа Ринат Закиров һәм Вәғиз Шафиҡов эшләй. Уларҙың бөтәһе лә – тәжрибәле белгестәр, һәр бер аяҙ көндө мөмкин тиклем нығыраҡ фай- ҙаланып ҡалырға кәрәк икәнен аң- лайҙар.
–Беҙҙең хужалыҡта сәсеү билдәләнгән темп менән бара. Эштә әллә ни ҡыйынлыҡтар юҡ, эшсе ҡулдар һәм яғыулыҡ-майлау материалдары етә. Һауа торошо көй-һөҙләнмәһә, аҙна барышында иртә яҙғы культураларҙы сәсеүҙе тамамларға уйлайбыҙ, –тине хужалыҡ агрономы Сыңғыҙ Хисамов.
Сәсеү менән бер рәттән туңға һөрөү бара. Бында механизаторҙар Азамат Хәлилов һәм Радис Хәмиҙуллин хеҙмәт итә. Ралиф Сәфинуров тупраҡ өҫтөн тигеҙләү менән мәшғүл.
Һүрәттә: Һулдан уңға: Рифат Ханнанов, Тимерйән Хәкимов, Ринат Закиров һәм Сыңғыҙ Хисамов.