Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
14 Май 2018, 11:54

Сәсеүҙең “тәүге ҡарлуғастары”

Һигеҙенсе майҙа иртә яҙғы культураларҙы сәсеү башланды. Беренсе булып был эшкә “Аҡтау” йәмғиәте, “Зиялтдинов” фермер хужалығы, “Маклецов В. А.” шәхси предприятиеһы төштө.

“Аҡтау” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә 4663 гектар иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын сәсәһе бар. Бәрәкәтле тупраҡҡа тәүгеләрҙән булып борсаҡ һәм бойҙай орлоҡтары төштө. 14 майға 435 га бойҙай, 280 га арпа, 400 га борсаҡ сәселде.

– Сәсеүҙе быйыл ғәҙәттәгенән ике аҙнаға һуңыраҡ башланыҡ, – ти хужалыҡ директоры Илдар Ниғәмәтйәнов. – Ә хәҙер һауа торошо яйланды, шуға күрә унан файҙаланып ҡалырға кәрәк. Сәсеүҙә 20 кеше эшләй. Әлегә “Аҡтау” йәмғиәтендә планлаштырылған майҙандың 25 проценты сәселгән.

Сәсеү кампанияһына яғыулыҡ-майлау материалдары ла, эшсе ҡулдар ҙа етә. Шуға күрә сәсеүҙе билдәләнгән сроктарҙа тамамлау-ға өмөт бар.


Шул уҡ ваҡытта

Район хужалыҡтарында дым ҡаплатыу дауам итә, ул 98,2 процентҡа үтәлгән, ужым культураларын өҫтәмә туҡландырыу – 53,4%, күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыу – 82%. “Ленинский” АПК-һында, “Попов А. В.” КФХ-һында, “Йондоҙ”, “Аҡтау”, “Батыр” йәмғиәттәрендә һәм райондың башҡа хужалыҡтарында эш яҡшы темп менән бара.


Һүрәттә һулдан уңға: водителдәр Салауат Төхвәтуллин һәм Марсель Әҙиуллин,

йөк тейәүсе (практикант) Айҙар Әҙиуллин, водитель Зифат Ғиниәтов һәм механик (стажер) Илнар Ниғәмәтйәнов.