Хәҙер машина менән һауыу операторы – һөтсөлөк фермаларында иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе. Бөгөн компьютер заманы булып, хужалыҡтар эшенә цифрлы технологиялар индереү күбәйгәндән-күбәйә барыуына ҡарамаҫтан, улар-ҙың хеҙмәте талап ителгән булып ҡала бирә.
Гөлһылыу Хәкимова ауыл хужалығы производство кооперативында 17 йыл эшләй. “Ленинский” АПК-һына ул сусҡа ҡараусы булып килә. Һуңынан һауынсы итеп күсерелә.
Гөлһылыу Хәкимова машина менән һауыу операторы булараҡ, һөт продуктлылығын күтәреү, юғары сифатлы һөт алыу һәм быҙауҙар алыуҙы арттырыу маҡсатында малдар аҫрауҙы яҡшыртыу, уларға туҡлыҡлы матдәләре йәһәтенән баланслы аҙыҡ ашатыу буйынса һәм башҡа саралар күрә. Ул 128 һы- йырҙы ҡарай. Һәр береһен исемләп белә.
Хеҙмәте еңел түгел: һауынсылар бик иртә тора. Башҡа кешеләр әле саҡ эшкә китеп барғанда, ул инде иртәнге һауымды тамамлаған була. Уларҙың эшмәкәрлек һөҙөмтәһе – юғары һауым һәм таҙа һыйырҙар.
– Һауым күләме туранан-тура һауынсылар хеҙмәтенә бәйләнгән, – ти ул. – Әгәр һыйыр менән ниҙер булһа, иң беренсе булып уны беҙ күрәбеҙ һәм тәүге ярҙам күр- һәтәбеҙ, шунан ветеринарға хәбәр итәбеҙ. Үҙҙәренә яҡшы мөнәсәбәтте малдар шунда уҡ һиҙеп ала. Йомшаҡ мөғәмәлә булһаң, улар ҙа тыңлаусан.
Уңған һауынсының эш күрһәткестәре лә юғары. Былтыр уның тулайым һауымы 4852,48 ц тәшкил иткән, бер һыйырҙан 4975 кг һөт һауып алған.
Дисциплинаһы һәм хеҙмәт бурыстарына яуаплы ҡарашы өсөн Гөлһылыу Хәкимованы етәкселеге баһалай, коллегалары ихтирам итә.