Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
28 Апрель 2018, 13:01

Яратҡан эше килем бирә

Һарыҡтар ҡарауға һәм ашауға ярайһы уҡ талымһыҙ, шуға күрә һарыҡсылыҡ малсылыҡтың иң популяр тармағының береһе булып иҫәпләнә.

Ғүмәр ауылынан Миңлегөл Яхина хаҡлы ялға сыҡҡас, малсылыҡ менән шөғөлләнергә ҡарар итә.

– Мин шунда уҡ һарыҡ үрсетеүҙе һайланым, – тип һөйләп алып китте хужабикә. – Эш башлап, үҙ крәҫтиән (фермер) хужалығымды асҡас, “Эш башлаусы фермер” программаһында ҡатнашыуға документтарымды бирҙем. 2014 йылда 1500 мең һум алдым. Был аҡсаның ярҙамы бик ваҡытлы булды. Уға мин трактор, роторлы сапҡыс, КУН, әйләндергес һәм пресс-йыйғыс, шулай уҡ һыуытҡыс һәм һауыу аппараты һатып алдым.

Һарыҡтар һаны хәҙер 200 башҡа етә. 177 га ер ҡуртымға алынған, унда йыл һайын бесән әҙерләнә.

Фермерҙың төп ярҙамсыһы – ире. Техникаға идара итеү һәм ҡарап тәрбиәләп тотоу – уның бурысы. КФХ штатында төрлө эштәр башҡарыусы ике кеше тора, улар – Нурғәли Камалов һәм Фәнис Ханов. Йәйгеһен хужалыҡ эшендә балалар ҙа ҡатнаша.

Төп килем сығанағы – ит һатыу. Былтыр яҡынса 120 мең һумлыҡ һарыҡ ите һатылған. Фермер-ҙың күңелен ҡырған берҙән-бер нәмә – һарыҡ тиреләрен тапшырыр урын булмау. Уларҙы утилләштерергә тура килә, ә бит улар өҫтәмә килем сығанағы була алыр ине…

– Эшем оҡшай, – тип уртаҡлаша Миңлегөл Яхина. – Һарыҡсылыҡтың үҙ ауырлыҡтары бар, әлбиттә, ләкин алты йылда шундай эшкә күнектем, шуға күрә әлегә эште туҡтатырға йыйынмайым.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.