Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
13 Апрель 2018, 14:28

Һабанаҡ фермерының пландары ҙур

Һабанаҡ ауылынан Ольга Йәрмөхәмәтова үҙ крәҫтиән (фермер) хужалығын биш йыл элек асҡайны. Шул саҡтан бирле ул һиҙелерлек киңәйгән, хужалыҡ башлығы хәҙер яңы ҙур пландар билдәләгән.


Ольга Йәрмөхәмәтова.


Әле 2014 йылда уҡ КФХ “Яңы эш башлаусы фермер” программаһында ҡатнашып, бер миллион һумдан ашыу грант отто. Был средстволар фермер өсөн бик шәп ярҙам булды. Уны файҙаланып 10 баш һыйыр малы, йәнсеп сапҡыс һәм 500 литрға иҫәпләнгән һөт һыуытҡыс һатып алынған.

Бөгөн Ольга Матвеевнаның хужалығы тотороҡло үҫешә. 77 баш һыйыр малы бар, уларҙың 35-е – һауын һыйыры. Милкендә 90 га ер иҫәпләнә, 167 гектарҙы ҡуртымға ала. 40 га самаһы йыл һайын эшкәртелә, иген культуралары сәселә, ҡал-ған өлөшөндә күп йыллыҡ үләндәр үҫтерелә.

Заманса фермерҙың төп ярҙамсыһы – техника. Ольга Йәрмөхәмәтованың тракторы, рулонлы пресс-йыйғыс, өс йөк машинаһы, һабаны, ике һыуытҡысы, ГАЗелдәре һәм HINO биш тонналыҡ йөк автомобиле бар.

Былтыр көҙ ауылдан алыҫ түгел ул 35 башҡа иҫәпләнгән ферма төҙөй башлаған. Оҙаҡламай бында электр үткәрәсәктәр һәм һауыу автоматлаштырыласаҡ. Һауыу аппараттары һатып алынған. Төҙөлөшкә 300 мең һумдан ашыу средство сарыф ителгән.

Крәҫтиән хужалығында, уның башлығынан тыш, тракторсы Алик Йәрмөхәмәтов, водителдәр Эдуард Йәрмөхәмәтов һәм Айҙар Ғәлимов, машина менән һауыу операторы Денис Йәрмөхәмәтов һәм лаборантка Регина Кәлимуллина хеҙмәт итә. Эшкә Ольга Матвеевнаның ире һәм улдары йәлеп ителгән.

– Көн һайын беҙ һәр һыйырҙан 18-20-шәр литр һөт һауып алабыҙ, – тип уртаҡлаша хужабикә. Планда – “Ғаилә малсылыҡ фермалары” программаһында ҡатнашыу, шулай уҡ тағы ла бер ферма төҙөү. Шулай итеп, хужалыҡты киңәйтергә уйлайбыҙ.

Шул уҡ ваҡытта

Мәсетле районы Мәғлүмәт-консультация үҙәге биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, 11 апрелгә йыл башынан тулайым һауым 2545,4 т тәшкил иткән, был былтырғы осорҙан 147,2 тоннаға әҙерәк. Иң ҙур тулайым һауым “Ленинский” АПК-һында – 1240, 4 т, “Йондоҙ” йәмғиәтендә – 188,7 т, “Дәүләтбаев” КФХ-һында – 173,7 т.

Йыл башынан бер һыйырҙан һөт һауып алыу 89,7 килограмға артып, 1268 кг тәшкил иткән. “Ленинский” АПК-һында һәм “Дәүләтбаев” КФХ-һында күрһәткестәр юғары – 1772 һәм 1277 кг.

Район крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында бер һыйырҙан һауым 1224 кг тәшкил иткән, был былтырғы кимәлдән 192,8 килограмға күберәк.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.