Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
9 Апрель 2018, 17:46

“Йондоҙ” сәсеүгә әҙер

Быйыл яҙ бик теләмәй генә килә. Көндәр йылыһы менән әллә ни ҡыуандырмай. Шуға ҡарамаҫтан, район хужалыҡтарында сәсеүгә әҙерлек тулы көйгә бара.

“Йондоҙ” йәмғиәтендә яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек тамамлана. Хужалыҡ директоры Юрис Латыпов һөйләүенсә, сәсеүҙә ҡатнашасаҡ ауыл хужалығы техникаһы техник тикшереүҙе үткән. Уларҙың 98 проценты баҫыу эштәренә тулыһынса әҙер.

Т-150, МТЗ, К-700, ДТ-75 трактор-ҙарына капиталь ремонт яһалған. Уға 800 мең һум самаһы сарыф ителгән. Техника ремонтлауҙа хужалыҡтың баш инженеры Мәҡсүт Камалов, бригадир Рифат Хәкимов тырышып эшләгән. Механизатор-ҙар Радис Хәмиҙуллин, Рәлиф Сәфинуров, Фидан Сөләймәнов, Салауат Латыпов, Рифат Ханнанов, иретеп йәбештереүселәр Ринат Һөйәрғолов, Сәрүәр Фәттәхов үҙҙәренә беркетелгән техниканы төплө әҙерләгән.

Орлоҡтар ҙа етерлек күләмдә. Кондициялылыҡ һәм шытыусанлыҡ 100% тәшкил итә. Улар ағыулап сәселәсәк. Ашламалар һатып алыуға килешеүҙәр төҙөлә.

– Яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы атҡарып сығыу өсөн беҙгә 35 тонна самаһы яғыулыҡ кәрәк, – ти Юрис Хәйҙәр улы. – Бөгөн “Йондоҙ” йәмғиәтендә яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин ителгәнлек 50% тәшкил итә. Йәғни эштәрҙе башлау өсөн нигеҙ бар. Аҡса килеүгә ҡарап, тағы ла һатып аласаҡбыҙ. Быйыл яҙғыһын 1169 гектар майҙанда сәсергә планлаштырабыҙ.


Шул уҡ ваҡытта

Салауат районының Малаяҙ ауылында республиканың төньяҡ-көнсығыш зонаһында 2018 йылғы яҙғы баҫыу эштәрен уҙғарыу буйынса зональ агрономия конференцияһы булды. Конференция эшендә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов, төньяҡ-көнсығыш райондары хакимиәттәре башлыҡтары, БР Ауыл хужалығы министрлығы етәкселәре һәм белгестәре, ведомство ҡарамағындағы ойошмалар етәкселәре, ауыл хужалығы бүлектәре һәм идаралыҡтары белгестәре ҡатнашты.

Беҙҙең райондан конференцияла Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов, Мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре Владимир Филимонов, Ирек Батталов, Салауат Зәбихуллин, шулай уҡ райондың ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре булды.

Илшат Фазрахманов: “быйыл яҙ бик аҡрын килә, шуға күрә аграрийҙар-ҙы яҙғы-баҫыу эштәрендә ҡатмарлыҡтар көтә”, – тине.

Сарала “Аҡтау” йәмғиәте директоры Илдар Ниғәмәтйәнов һәм “Ленинский” АПК-һы рәйесе Павел Ватолин сығыш яһаны. Улар үҙ предприятиелары, етештерелеүсе продукцияларының күләмдәре һәм киләсәккә пландары тураһында һөйләне. Ауыл хужалығы продукцияһына һатып алыу хаҡтарының түбән булыуын улар төп проблема тип атаны. Илшат Фазрахманов “сеймал энәһенән” китергә һәм үҙ продукцияларын эшкәртә башларға кәңәш итте.


Һулдан уңға: инженер Мәҡсүт Камалов, механизаторҙар

Салауат Латыпов, Рифат Ханнанов, Радис Хәмиҙуллин,

баш агроном Сыңғыҙ Хисамов, механизатор Тимерйән Хәкимов һәм бригадир Рифат Хәкимов.


Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.