Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
5 Апрель 2018, 17:19

Фермер Гөлнара Фәрхетдинованың эш көндәре

Мәсетле районында 100-ҙән ашыу крәҫтиән (фермер) хужалығы иҫәпләнә. Улар районды тәбиғи сифатлы ауыл хужалығы продукцияһы менән генә түгел, ә эш урындары менән дә тәьмин итә.

Оло Ҡыҙылбай ауылынан Гөлнара Фәрхетдинованың крәҫтиән (фермер) хужалығында йыл әйләнәһенә эш ҡайнай. Бер нисә ай эсендә бында күп нәмәләр эшләнгән. Оҙаҡламай ире Рафит Фәрхетдиновтың проекты буйынса һөт үткәргесле йәйге мобиль һауын урыны төҙөлөп бөтәсәк.

– Ул алты башҡа иҫәпләнгән һәм йәйге көтөүлек урынын алмаштырыу мөмкинлеге бирә, – ти хужа.

КФХ-ла мал һаны арта. Бөгөн бында – 75 баш һыйыр малы, шуға күрә хужалар киңәйеү тураһында хәстәрлек күрә. Ошоноң менән бәйле улар күршелә урынлашҡан ферманы һатып алған. Алда бинаны тергеҙеү буйынса байтаҡ мәшәҡәттәр тора, әммә уны реконструкциялау эше башланған да инде: тәҙрә рамдары ремонтланған, быялалар ҡуйылған, яңы скважина бырауланған. Фермала мал аҙығы өҫтәле һәм мал аҙығы таратҡыс өсөн урыны булған ялан аҙбар буласаҡ. Тиҙҙән бөтә тейешле документтар рәсмиләштереләсәк.

Шулай уҡ Гөлнара Фәрхетдинова Пермь крайынан Галштин тоҡомло нәҫел үгеҙе һатып алған.

– Мал аҙығын етерлек күләмдә әҙерләгәнлектән, быйыл малды уңышлы ғына ҡышлаттыҡ, – ти фермер. – Шуға күрә тәүлек һауымы ла артты һәм бөгөн ул 600 литрҙан ашыу тәшкил итә.

Гөлназ Фәрхетдинованың КФХ-һында биш кеше эшләй. Бөгөн улар һыйыр малдарын ҡарау һәм ремонт эштәре менән мәшғүл. Йәй көнө төп эшмәкәрлектәре һыйырҙарҙы көтөү һәм мал аҙығы әҙерләү буласаҡ.

– Иң мөһиме, – тиҙәр Гөлнара менән Рафит Фәрхетдиновтар, – тотороҡло һәм килемле эшләү, хужалыҡты киңәйтеү, ферманың матди-техник базаһын яҡшыртыу.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.