Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
26 Март 2018, 18:26

Бурыс – сифатлы һәм һәр кем алырлыҡ продукция етештереү

“Ленинский” АПК-һында отчет йыйылышы булды.

Үткән йылға йомғаҡ яһап, кооператив рәйесе Павел Ватолин хужалыҡ эшендәге ыңғай һөҙөмтәләр менән уртаҡлашты һәм кире яҡтарҙы билдәләп үтте.

Үҫемлекселек буйынса хеҙмәтсәндәр һәйбәт кенә эшләгән. Игендең уртаса уңышы гектарынан 22,2 ц, тулайым йыйым 9670 т тәшкил иткән. Яҙ ҙур эш күләме башҡарылған һәм ҡулайлы ваҡыт эсендә сәсеп өлгөргәндәр, шуға күрә, йәйҙең һалҡын булыуына ҡарамаҫтан, игендәр һуңлап бул-һа ла өлгөргән.

Һауа торошо бесән әҙерләү өсөн дә яйлы булманы. Уңыш гектарынан 42 ц тәшкил итте, ләкин сифаты шәптән түгел ине. Бесән запасын йыл ярымға етерлек әҙерләгәндәр тиергә мөмкин – 28000 ц.

15000 ц самаһы уртаса сифаттағы сенаж һалынған. Бөртөклөләрҙе йыйған ваҡытта дымлылыҡ арҡаһында юғалтыуҙар ифрат күп, уны киптереүгә сығымдар бик ҙур булды. Бөртөклөләрҙең уңыш биреүсәнлеге гектарынан 20 центнерҙан ашыуыраҡ булып, 4937 гектар майҙандан йыйып алғандар. Эшкәрткәнгә тиклем игендең тулайым йыйымы 97 мең ц тәшкил иткән. Иң күп уңыш биргән баҫыуҙар: борсаҡ менән һоло ҡатышмаһы – 23 ц/га һәм ужым бойҙайы – 24,7 ц/га.

Бөгөнгә орлоҡтар кәрәкле кондицияға еткерелгән, яңынан таҙартылғандар, шытыу-санлыҡ буйынса улар ҙа кәрәкле критерийҙарға тап килә.

Йыл йомғаҡтары буйынса һөт яҡынса 40 процентҡа рентабелле булып сыҡты. Яҡшы хаҡ сәйәсәте сағылды. Быйыл хаҡтар кинәт төштө, тимәк, һөттө ҙур сығымдарһыҙ ғына арттырыу өсөн резервтар эҙләргә, хеҙмәт һәм технология дисциплинаһын һаҡларға кәрәк.

Белгестәргә үҙҙәренә һәм фермаларындағы малсыларға талапсанлыҡты һәм яуаплылыҡты арттырыу зарур. Зоотехниктар рацион төҙөргә генә түгел, ә уның нисек үтәлеүен күҙәтергә, ветврачтар сирҙәр-ҙе дауаларға ғына түгел, ә улар-ҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәрен бөтөрөргә тейеш.

- Бөгөн баҙар арзан һәм сифатһыҙ ауыл хужалығы продукцияһы менән тулған, ә беҙҙең бурыс баҙарҙы сифатлы һәм ҡиммәт булмаған продукция менән тәьмин итеү, – тине Павел Ватолин.

Аҡсаны һаҡсыл тотоноу юлдарын артабан да эҙләргә кәрәк, ләкин производствоға зыянға түгел: малдар ҡырылыу арҡаһында юғалтыуҙарҙы төрлө юлдар менән кәметергә, арзаныраҡ биологик өҫтәмәләр-ҙе ҡулланырға, килемлерәк культуралар сәсеүлектәрен арттырырға, башмаҡтар әҙерләү менән яҡшыраҡ шөғөлләнергә һәм быйыл һөтсөлөк фермаларындағы буш урындарҙы тултырырға, сифатлыраҡ мал аҙығы әҙерләргә.

Ауыл хужалығы производствоһында оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәттәре һәм юғары производство күрһәткестәренә ирешкәндәре өсөн Татьяна Крючковаға “Ленинский” АПК-һының атҡаҙанған колхозсыһы” исеме бирелде, 1-се бригада бригадиры Валерий Крючков менән механизатор Владимир Носков исемдәре “Хеҙмәт даны” кенәгәһенә индерелделәр. Механизаторҙар Александр Федорков, Василий Полеготченков һәм Сергей Гладких, малсы Сергей Субботин, машина менән һауыу операторы Римма Нафиҡова, сусҡа ҡараусылар Фларида Редькина, Нурзидә Берсенева, водитель Денис Елисеев, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе Андрей Чебыкин, баш бухгалтер Галина Ғәйнелйәнова исемдәре “Ленинский” АПК-һының “Производство алдынғылары таҡтаһы”на индерелде. Уларҙың барыһы ла почет грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән наградланды.

Йыйылышта идараның һәм күҙәтеү советының яңы ағзалары һайланды. “Ленинский” АПК-һы рәйесе итеп яңынан Павел Ватолин билдәләнде.

Ошо уҡ көндө кооператив хеҙмәтсәндәре һәм Кесе Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе халҡы менән Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев осрашты һәм ҡыҙыҡһындырған бөтә һорауҙарға яуаптар бирҙе, ауыл кешеләренең проблемаларын тыңланы.

Нәркәс ӘХМӘТЙӘНОВА.