Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
2 Март 2018, 13:40

Тырыштар ғына үҙ маҡсатына ирешә

Ҡул ҡауыштырып ултырырға күнекмәгән кешеләр һәр ваҡыт үҙенә шөғөл таба. Улар һәр эшкә етди һәм яуаплы ҡарай. Мәсетле фермерҙары үҙҙәре өсөн еңел булмаған өлкәне һайлай – хәүефле зонала ер эшкәртә. Шуға күрә уларҙың хеҙмәте хөрмәткә лайыҡ.


Миңһылыу һәм Адис Ғәлимовтар.



Районда тотороҡло үҫешкән хужалыҡтарҙың береһе – Яңы Яуыш ауылынан Адис Ғәлимовтың крәҫтиән (фермер) хужалығы.

Ул үҙ эшен 2012 йылда аса. Башта дүрт һыйыр ҡарай. Шул саҡта хужалыҡ “Башланғыс фермер” программаһында ҡатнашып, 400 мең һумдан ашыу аҡсаға эйә була һәм ҡара сыбар ун һыйыр, һауыу аппараты һатып ала.

Адис Ғәлимов фермерлыҡ эшен 33 йылдан ашыу уҡытыусы булып эшләгән ҡатыны Миңһылыу менән алып бара. Ул үткән йыл хаҡлы ялға сыға һәм хәҙер уның төп эше булып иренә ярҙам итеү тора. Бөтә мөһим ҡарарҙарҙы Ғәлимовтар бергәләп ҡабул итә.

Йыл һайын улар мал һанын арттыра, ҡуртымға алған 150 га ерҙе эшкәртә һәм арпа, бойҙай, һоло сәсә. Бөгөн уларҙың 50 баш эре малы бар, шуларҙың 20-һе – һауын һыйыры.

Үткән йылда КФХ 700 мең һумлыҡ һөт һәм 400 мең һумлыҡ ит һатҡан.

– 50 баш малды йортта тотоу уңай-һыҙ була башланы, – ти Ғәлимовтар. – Үҙебеҙҙең ферма тураһында уйлана башланыҡ. Үткән йылдың майында төҙөлөш эштәренә тотондоҡ. Эштәр әлегә тамамланмаған – иҙән түшәргә, тәҙрәләр ҡуйырға, стеналарҙы йылытырға кәрәк. Ферма 50 баш малға иҫәпләнгән. Бының өсөн күп көс түктек һәм бер миллионға яҡын аҡса сарыф иттек. Малдарҙы фермаға мартта күсерергә планлаштырабыҙ.

Миңһылыу һәм Адис Ғәлимовтар ирешкәндәрҙә туҡтап ҡалырға ашыҡмай. Ваҡыты еткәс улар хужалыҡты һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙған ҡыҙҙары һәм кейәүҙәренә ҡалдырырға ниәтләй.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.