“Миллениум” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә мал ҡышлатыуға төплө әҙерләнгәндәр.
Хужалыҡта 135 баш һыйыр малы иҫәпләнә, уларҙың 60-ы – һауын һыйырҙары. Хужалыҡ директоры Юрий Храмцовтың һүҙҙәренсә, хеҙмәтсәндәр мал аҙығын етерлек күләмдә әҙерләгән. Бесәндән тыш, һыйырҙарға фураж һәм он бирәләр, тағы ла 70 т шәкәр заводы һығынтыһы һатып алынған.
Әле “Миллениумда” һыйырҙарҙы быҙаулатыу бара. Бөгөнгә 35 баш быҙау алынған, оҙаҡламай тағы ла 25 һыйыр быҙауларға тейеш. Малдар-ҙы 8 йылдан ашыу һауынсы Марина Широкова һәм биш йыл самаһы көтөүсе Виктор Широков тәрбиәләй.
– Һөттө көтөлгәндән әҙерәк алабыҙ, әлбиттә, – ти Юрий Храмцов. – Бөгөн беҙ һәр һыйырҙан тәүлегенә 8-10 литр һөт һауабыҙ.
Күптән түгел “Миллениум” йәм-ғиәтендә һөт һатыу йәһәтенән проб-лемалар булып алған. Райондағы һөт ҡабул итеү пункттары ваҡытында иҫәп-хисап яһамай. Хатта хужалыҡты ябыу мәсьәләһе лә торған. Шулай ҙа бер-ике аҙна элек етәксе Әләгәҙ ауылындағы “Агротехпром” йәмғиәте менән һөйләшеп килешкән. Хәҙер һөт әлеге мәлдә алынған сеймал өсөн тулы күләмдә иҫәпләшеүсе ошо предприятиеға тапшырыла.
– Мал һанын арттырырға теләк бар, – ти “Миллениум” йәмғиәте директоры, – тик һөттө һатыу проблемалары һәм уға хаҡтарҙың түбән булыуы менән бәйле, әлегә хужалыҡты киңәйтмәйбеҙ.
Хужалыҡтарҙа һыйырҙар быҙаулай башлаған
Мәсетле районы Мәғлүмәт-консультация үҙәге биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, 1 февралгә әлеге йылдың тәүге айында ауыл хужалығы предприятиеларында һыйыр малынан 214 баш үрсем алынған. Был үткән йыл кимәленән 12 процентҡа күберәк.
Иң күп йәш мал “Ленинский” АПК-һында – 143 баш, “Йондоҙ” йәмғиәтендә – 34, “Миллениум”да – 35, “Урал”да 3 быҙау алғандар.
“Шишмә” АПК-һы менән “Батыр” йәмғиәтендә лә һыйырҙар быҙаулауы көтөлә.