Раил һәм Рәмил Дәүләтбаевтар.
– Мин бала саҡтан уҡ атайымдың эшен дауам итергә хыялландым, – ти Раил Дәүләтбаевтың улы Рәмил. – Йылдар үтеү менән был теләк нығынды ғына.
Атаһы улын хуплай, старт формаһында уға трактор, ферма бинаһы һәм 15 баш һыйыр бирә. 2013 йылда егет үҙ КФХ-һын теркәй.
Бөгөн уның хужалығында, үҙенән тыш, өс хеҙмәткәр: мал ҡараусы, тракторсы һәм һауынсы эшләй. 200 га сабынлығы бар. Былтыр Рәмил Дәүләтбаев “Ленинский” АПК-һынан 40 баш тоҡомло башмаҡ, МТЗ тракторы, уға тейәгес, пресс-йыйғыс, шулай уҡ биш тонна һыйҙырышлы танкер һыуытҡыс һатып алған. Шуларға киткән сығымдарҙың 60 процентын ҡаплауға “Ғаилә малсылыҡ фермаларына ярҙам” программаһы буйынса алын-ған грант файҙаланылған. Ҡалған 40 проценты йәш фермерҙың үҙ кеҫәһенән түләнгән.
Рәмилдең хужалығы һөт малсылығына юҫыҡланған, шуға күрә фермерҙың төп килем сығанағы – һөт һатыу. Бөгөн хужалыҡта һәр һыйырҙан тәүлегенә 10 литр һөт һауыла. Былтыр 1 млн 63 мең һумлыҡ һөт, 420 мең һумлыҡ ит һатылған. Хеҙмәт һөҙөмтәләрен баһалап, фермер үҙе:
– Әлегә килемдәр тураһында һөйләргә иртәрәк, зыянға эшләнелмәй – шул да яҡшы. Әммә ҡыҫыр таналар һатып алғас, яҡшы һауым алырға өмөтләнәбеҙ, был килемдәрҙә лә яҡшы сағыласаҡ, – ти.
Крәҫтиән (фермер) хужалығында эш үҙ ыңғайы менән бара. 24 һыйыр, шул иҫәптән туғыҙ тоҡомло тана быҙаулаған. Ләкин планлаштыры- лыусы эштәр иҫәбендә – өс йыл дауамында малдар һанын 100-гә еткергәнсе арттырыу һәм тағы ла күберәк эшсе ҡулдар йәлеп итеү. Фермерҙың эсен бошорған берҙән-бер нәмә – ул ауыл хужалығы продукцияһын һатып алыу хаҡтарының түбән булыуы.
Дәүләтбаевтар бер-береһенә ярҙам итеп, иңгә-иң терәп йәнәш тороп эшләй. Атаһы, ваҡыты еткәс, улы уның лайыҡлы вариҫы булһын өсөн, уға үҙенең ауыл хужалығында тупланған эш тәжрибәһен тапшырырға тырыша.