Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
29 Ғинуар 2018, 17:20

Ҙур хужалыҡ – килем дә, яратҡан эш тә

Ҡотош ауылынан Рәйфә һәм Валерий Нафиҡовтар ҙур шәхси ярҙамсы хужалыҡ тота. Бына күп йылдар инде ул үҙ килемен килтерә.

Нафиҡовтар Нуриманов исемендәге колхозда ул тарҡалғанға тиклем эшләгән. Ғаиләне үҙ ихаталарындағы мал ҡотҡарып ҡалған.

Тәүҙә йорт хужалығында ике һауын һыйыры аҫрала. 2010 йылда үҙҙәренең крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын асырға ҡарар итәләр. 2011 йылда Нафиҡовтар “Эш башлаусы фермер” программаһында ҡатнаша. Ошо программаға ярашлы һатып алынған тағылмалы, һабанлы һәм сапҡыслы “Беларус” тракторы хужалыҡта бик кәрәкле әйбер булып сыға.

Унан тыш, әкренләп мал һанын арттыралар. Мал аҙығы әҙерләү өсөн үҙҙәренең пай ерҙәрен файҙаланалар. Һөттәрен һөт йыйыусыларға тапшырып торалар, ә иттәрен йәрминкәләр-ҙә һәм таныштары аша һаталар. 2015 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығы ябыла. Олоғайыу менән КФХ алып барыуы ауырлаша башлай, сөнки уның да үҙ нескәлектәре бар бит.

Шулай ҙа ир менән ҡатын бөгөн дә алты һауын һыйыры һәм биш үгеҙ быҙау аҫрай. Дөйөм алғанда, уларҙың 19 гектар ере бар, шуларҙың туғыҙын ҡуртымға биргәндәр. Биш гектарына арпа, бойҙай һәм арыш, ә ҡалғанына күп йыллыҡ үләндәр сәсәләр.

Рәйфә һәм Валерий Нафиҡовтар хужалыҡ улар өсөн килем сығанағы ғына түгел, тигән фекерҙә.

– Үҙ хужалығың булыу – ҙур ярҙам. Ул, яратҡан эшең менән шөғөлләнеп, саф һауала хеҙмәт итеү мөмкинлеге, – ти улар. – Тағы ла, был һәр ваҡыт сифаты ышаныслы үҙ итең һәм һөтөң булыу, тигән һүҙ.

Нафиҡовтарҙың балалары дүртәү. Ололары үҙ ғаиләләрен ҡорған, кесе улдары һәм ҡыҙҙары үҙҙәре менән бергә йәшәй. Тимерйәндең үҙ КФХ-һын асырға һәм ата-әсәһе эшен дауам итергә лә пландары юҡ түгел.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.