Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
29 Ғинуар 2018, 17:09

2016 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың көн элгәре йомғаҡтары

Федераль дәүләт статис-тика хеҙмәтенең БР буйынса территориаль органы республика райондары һәм ауыл биләмәләре араһында 2016 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуға көн элгәре йомғаҡ яһаны.

Беҙҙең районда уҙғарыл-ған 2016 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, районда буш торған шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың артыуы билдәләнә. Әгәр 2006 йылдың 1 июленә улар 581 берәмек йәки шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың дөйөм һанының 6,2 проценты булһа, 2016 йылдың 1 июленә граждандарҙың 1135 ташландыҡ участкалары (буш торған өйҙәр) билдәләнгән, был дөйөм шәхси ярҙамсы хужалыҡтар һанының 11,4 процентын тәшкил итә.

Бөтә төр хужалыҡтарҙағы дөйөм ер майҙаны 69007,7 га тәшкил итте, был 2006 йылдың 1 июленә ҡарағанда 31 процентҡа кәмерәк. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр 67225,9 га биләй, улар-ҙың 62108,1 гектары ысынлап та файҙаланыла. Структураһын ҡарағанда, һөрөнтө ерҙәр 57,5, сабынлыҡтар 23, көтөүлектәр 12,3, күп йыллыҡ үҫемлектәр 0,1, ҡалдау ерҙәр 6,9 процентты биләй. Үткән иҫәп алыу мәғлүмәттәре менән сағыштырғанда, һөрөнтө ерҙәрҙең майҙаны 10121,8 гектарға кәмеүе билдәләнә.

Халыҡтағы ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр структураһында һөрөнтө ерҙәр ни бары 5,2% биләй. Иң күп майҙанды – 72,5 процентты халыҡ сабынлыҡҡа бүлгән, көтөүлектәр майҙаны уларҙа 11,7% биләй, газондар һәм сәскә түтәлдәре менән 0,2%, төҙөлөштәр менән 2,7%, сәсеүлектәр менән 5,1%, күп йыллыҡ үҫемлектәр менән 0,2% майҙан биләнә, файҙаланылмаған майҙан 10,1% тәшкил итә, 2006 йылда был күрһәткес 4% булған.

Мал һанына килгәндә, 10 йыл эсендә уларҙың кәмеүе күҙәтелә. Район буйынса һыйыр малдары һаны 14543 баш тәшкил итте, шул иҫәптән ауыл хужалығы ойошмаларында – 3358, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында – 2349 һәм халыҡта –8836 баш. 2006 йыл менән сағыштырғанда һыйыр малдары һанын 5693 башҡа кәметеүгә юл ҡуйыл-ған.

Район буйынса барлығы 5283 баш һыйыр, шул иҫәптән ауыл хужалығы ойошмаларында – 1382 баш йәки дөйөм һандың 26,1 проценты, 966 баш крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында (18,3%) аҫрала һәм яртыһынан күберәге – 2935 баш (55,5%) шәхси хужалыҡтарға тура килә. Шуның менән бергә районда һыйырҙар һаны ун йыл элеккегә ҡарағанда 1831 башҡа кәмегән.

Районда 23,6 баш сусҡа иҫәпләнә, 2006 йылда улар 6751 баш булған – 65,8 процентҡа кәмегән. Һарыҡтар һаны 14252 баш иҫәпләнә, уларҙың 78,6 проценты халыҡтыҡы (607 башҡа кәмегән), 1321 баш кәзә бар, улар һаны, киреһенсә, 428 башҡа артҡан.

Ҡош-ҡорт һаны район буйынса 28,3 процентҡа кәмегән һәм 57941 баш тәшкил итте. Ҡоштар һаны структураһында: тауыҡтар 10022, өйрәктәр 3292, ҡаҙҙар 13933 һәм күркәләр 736 баш ҡалған.

2006 йыл менән сағыш- тырғанда аттар һаны 37 баш-ҡа артҡан һәм 1339 баш тәшкил иткән, шул иҫәптән ауыл хужалығы ойошмаларында – 683, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында – 364, шәхси хужалыҡтарға 292 баш йыл-ҡы тура килә.

Иҫәп алыусылар шулай уҡ 1129 баш ҡуян иҫәпләгән, улар 2006 йылға ҡарағанда 58 башҡа кәмегән.

Ҡорт күстәре лә кәмегән. Әгәр 2006 йылда улар 5612 баш булһа, 2016 йылдың 1 июленә – 2292, был 2620-гә йәки 59,1 процентҡа аҙыраҡ.

Үткән ун йылда халыҡта һәм КФХ-ларҙа тракторҙар һанының артыуы билдәләнә. Әгәр 2006 йылда граждан- дарҙа улар 423 берәмек булһа, 2016 йылғы иҫәп алыу мәғлүмәттәре 640 берәмек булыуын күрһәтә, был 51,3 процентҡа күберәк. Шулай уҡ халыҡта 592 газон сапҡыс иҫәпләнә. КФХ-ларҙағы тракторҙар һаны 63,1 процентҡа артҡан. Ауыл хужалығы ойошмаларында 103 трактор ғына ҡалған, уларҙың һаны 187 берәмеккә аҙайған.


Лариса ҒӘЙФУЛЛИНА,

дәүләт статистикаһының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы бүлексәһе етәксеһе.