Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
15 Ғинуар 2018, 18:18

Темпты кәметмәйҙәр

“Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә малдарҙы ҡышлатыу билдәләнгән темптарға ярашлы бара.

Хужалыҡтың һыйыр малдары ҡышҡы ябып аҫрауға сентябрь һуңында күсерелгәйне. Бынан алда ауыл хужалығы объекттарында ремонт эштәре башҡарылды. Быҙау аҙбарын тиреҫ таҙартыу транспортеры менән йыһазландырҙылар, хәҙер бында ҡул хеҙмәте аҙыраҡ файҙаланыла.

“Йондоҙ” йәмғиәте фермаһында – 300 баш һауын һыйыры, Көршәленекендә – 205 баш йәш мал, Ясиндыҡында 90 баш ат аҫрала. Мал аҙығы етерлек күләмдә әҙерләнгән – һәр бер шартлы баш малға 31 ц аҙыҡ берәмеге тура килә. Малдар рационына фураж, бесән, сенаж һәм биоөҫтәмәләр инә.

Ветеринар-зоотехник Илһам Фәт-ҡуллин һүҙҙәренсә, малдар яҡшы торошта, улар тәрбиәле, туҡ һәм сәләмәт. Хеҙмәтсәндәрҙең эше яйға һалынған, үҙ эштәренә яуаплы ҡарай-ҙар. Дисциплина ла тейешле кимәлдә.

10 һауынсы эшләй, уларҙың икәүһе – сменалап. Уларҙың һәр береһенең ҡарамағында 35-40-ар баш һауын һыйыры. Йыл башынан һәр бер һыйырҙан 3014 кг һөт һауып алынған. Һауынсылар Рәзимә Шакирова (йыл башынан һәр һыйыр-ҙан – 3331 кг), Лилиә Хәмиҙуллина (3184 кг) һәм Зәлифә Мөхәмәтйәноваларҙың (3166 кг) күрһәткестәре юғары. Мал ҡараусылар Илфат Ғәниев менән Фәнис Фәйзуллин да яҡшы хеҙмәт иткән.

Йәш малдарҙың юғары артымы – быҙау ҡараусылар Мәҡсүт Һөйәр-ғолов (йыл башынан 741 г уртаса тәүлек артымы алған), Динар Һө-йәрғолов (431 г) һәм Гөлбикә Закироваларҙың (510 г) хеҙмәте.

Көршәле фермаһы хеҙмәтсәндәре – ферма мөдире Айрат Сәләховтың, малсылар Флүр Баишев, Фәнил Ғайсин һәм Альфред Камаловтарҙың, шулай уҡ Ясин фермаһының ат ҡараусыһы Марат Сәләховтың яуаплы эшен билдәләп үтергә кәрәк.

Тағы ла шуныһы иғтибарға лайыҡ – “Йондоҙ” йәмғиәтендә йәш белгестәр: һауынсылар Ләйсән Сөләймәнова, Зилена Мофаззалова, малсы Нияз Йомағужин һәм төрлө эштәр башҡарыусы Сыңғыҙ Хәйруллин эшләй.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.