Хужалыҡ хеҙмәтсәндәре мал аҙығын етерлек күләмдә әҙерләне, бураларҙа 18373 ц бесән, 25626 ц һалам, 25487 ц фураж һәм 92192 ц сенаж бар.
“Ленинский” АПК-һында малдарҙы әле сентябрь һуңында уҡ ҡышҡы ябып аҫрауға күсерҙеләр. Унан алда фермала ремонт эштәрен башҡарҙылар. Бынан тыш, заманса дым һурғыс һатып алып ҡуйғандар. Элек йылдың һалҡын миҙгелендә бинала юғары дым барлыҡҡа килә торған булған. Яңы аппарат артыҡ дымды тышҡа сығара.
Хәҙер кооперативтың һөтсөлөк фермаһында 1922 баш һыйыр малы иҫәпләнә, уларҙың 700-ө – һауын һыйырҙар. Ферма мөдире Валентина Попкова һүҙҙәренсә, малсыларҙың эше план буйынса бара. Көндәлек тырыш хеҙмәттәре менән улар юғары һауым һәм яҡшы артым алыуға ынтыла. Һыйырҙарҙы ҡыш ябып аҫрау осоронда дөрөҫ тотоу һәм ваҡытында ашатыу – малдарҙың һаулыҡ һәм юғары продуктлылыҡ нигеҙе. Шулай уҡ мөһим икенсе шарт – һыйыр малдарын яҡшы ҡарау.
– Малсылар һәм һауынсылар араһында эшсе ҡулдар етмәй, әлбиттә, – ти Валентина Александровна. – Ләкин беҙ һөҙөмтәле эшләргә тырышабыҙ. Малсылар Василий Гладких, Рамазан Бәшәров яҡшы күр-һәткестәргә ирешә. Һауынсылар араһында юғары күр-һәткестәргә ирешеүселәр – Гөлһылыу Хәкимова, Нина Иванова. Валентина һәм Дмитрий Хисаметдиновтар яҡшы эш күрһәтте, уларҙың быҙауҙарҙы тейешенсә ҡарауы оло малдар-ҙың һаулығында һәм продуктлылығында сағыла.