Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
9 Ноябрь 2017, 02:00

Мәсетле Мәғлүмәт-консультация үҙәгенең бурысы – район ауыл хужалығын үҫтереү

Мәсетле районы Мәғлүмәт-консультация үҙәге Мәскәү ҡалаһында “Алтын көҙ-2017” Бөтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә бронза миҙал яуланы. Районда ауыл хужалығы буйынса консультация системаһы 2008 йылдың мартынан үҫешә башланы. 2010 йылдың ғинуарынан ауыл хужалығы бүлеге бөтөрөлдө, уның бөтә функциялары “Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге” муниципаль бюджет учреждение-һына тапшырылды. Бөгөн үҙәк, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы ла индереп, үҫемлекселек, малсылыҡ, иҡтисад, бухгалтер иҫәбенең төп мәсьәләләре буйынса бөтә ауыл хужалығы тауар етештереүселәренә консультациялар бирә, кадрҙар һәм юридик һорауҙар буйынса ярҙам итә. Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2017 йылдың 10 ноябрендәге 90-сы һанында уҡығыҙ.