Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
18 Сентябрь 2017, 02:00

“Батыр”ҙа урып-йыйыу билдәләнгән темпта бара

Башҡортостанда 2,75 млн тонна иген һуғып алынған. Республика ауыл хужалығы министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, яуым-төшөмдәр туҡтау менән иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын йыйып алыу темптары әүҙемләште. Дөйөм алғанда, иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары бөгөн 1,28 гектар (71%) майҙанда сабылған, 1,23 млн гектарҙа (69%) һуғылған. Ауыл хужалығы предприятиеларына майҙандарҙың 15 процентынан иген йыйып алаһы ҡалды. Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА. Мәсетле районында ла билдәләнгән пландың яртыһынан ашыуырағы үтәлгән. “Батыр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә 18 сентябргә планлаштырылғандың 62,6 проценты йыйып алынған. Хужалыҡ директоры Әсләм Хафизов хәбәр итеүенсә, хужалыҡта бөртөклөләрҙе йыйыу планға ярашлы бара. Яғыулыҡ-майлау материалдары йәки эшселәр етешмәү кеүек проблемалар юҡ. Бөгөн бында арыш һәм һоло яландарында эштәр бара. Комбайнсылар Юрис Хәбиров менән Фаил Хафизов, комбайнсы ярҙамсыһы Илһам Тыныс-танов, водитель Урал Мөхәмәтов үҙ участкаларында яуаплы эшләй. Әлегә хужалыҡта ужым арышы менән бойҙай тулыһынса йыйып алынған, арпаны урыу буйынса эштәр – 50, һоло – 10 процентҡа тамамланған.Бөтә культураларҙың уртаса уңышы гектарынан 16,4 центнер тәшкил итә.