

Уны булдырыу былтыр “Айыҡ ауыл” республика конкурсының “Уртаса ауылдар” номинацияһында финалға сығыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Йыл дауамында ауыл халҡы ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға һәм нығытыуға йүнәлтелгән мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашты, шулай уҡ сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандаланы.
Финалға сыҡҡан Иҫке Мишәр ауылы 200 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Был аҡсаны биләмәне төҙөкләндереүгә һәм халыҡ өсөн уңайлы ял урыны эшләүгә йүнәлтергә ҡарар иткәндәр: беседка, ҡыйыҡлы бәүелсәк һәм фотозона өсөн арка урынлаштырылған. Бынан тыш, ауыл ихтыяждары өсөн ике триммер һәм бензобысҡы һатып алынған.
Ял зонаһын асыу уңайынан байрам сараһы район һәм ауыл биләмәһе хакимиәттәре вәкилдәрен сәләмләүҙән башланды. Ҡунаҡтарҙы йыр һәм бауырһаҡ менән ҡаршы алғандан һуң, сығыштар булды.
Символик таҫманы киҫеү хоҡуғын Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллинға, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Әхмәтйәновҡа һәм ауыл клубы етәксеһе Елена Ғилметдиноваға бирҙеләр. Байрам программаһын ауыл клубы артистары дауам итте. Ҡунаҡтар өсөн музыкаль һәм бейеү номерҙары әҙерләнде, йырҙар яңғыраны, шулай уҡ ҡумыҙ менән сығыштар булды.
Байрам яңы беседкала сәй эсеү менән тамамланды.
Шул уҡ ваҡытта
Райондың “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашҡан ауылдарында сәләмәт һәм айыҡ йәшәү рәүешен популярлаштырыуға йүнәлтелгән саралар үтә.
Яңы Яуыш ауылында граждандар йыйылышы булды, унда халыҡ конкурста ҡатнашыуҙы бер тауыштан хупланы. Йонос ауылында ойоштороу йыйылышы үткәрелде һәм саралар планы төҙөлдө. Әләгәҙ ауыл советында, яңы мәсет биләмәһендә шәмбе өмәһенән һәм дөйөм йыйылыштан һуң, халыҡ “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашырға ҡарар итте – ҡатнашыусы булып Октябрьск ауылы торасаҡ. Унда Айыҡлыҡ көнө уңайынан профилактик акция һәм уйын-викторина үткәрелгән, шулай уҡ ауыл мәҙәниәт йортона инеү урынын ремонтланған һәм янғын депоһы ҡапҡаһы яңыртылған. Яңы Мөслим ауылында сәләмәт йәшәү рәүешенә һәм ауылдың конкурста ҡатнашыуына арналған “Мин айыҡлыҡты һайлайым” тигән тематик осрашыу үтте.
Камилла МУСАКӘЛИМОВА әҙерләне.