Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
11 Март , 16:10

Рәшит Әхтәри исемендәге район премияһына эштәр ҡабул ителә

Мәсетле районы хакимиәте әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә Рәшит Әхтәри исемендәге район премияһына эштәр ҡабул итә башлай.

Рәшит Әхтәри исемендәге район премияһына эштәр ҡабул ителә
Рәшит Әхтәри исемендәге район премияһына эштәр ҡабул ителә

Рәшит Әхтәри исемендәге район премияһы яҙыусыларҙың, журналистарҙың, композиторҙарҙың, шағирҙарҙың, фольклорсыларҙың, тарихсыларҙың, рәссамдарҙың әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә йәмәғәтселек араһында танылыу алған талантлы әҫәрҙәре; артистарҙың, мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәренең юғары профессиональ сәхнә эшмәкәрлеге һәм райондың социаль-иҡтисади, рухи-әхлаҡи үҫеше, районды унан ситтә данлаған хеҙмәттәр өсөн бирелә.
Р. Әхтәри исемендәге премияға кәмендә бер йыл алдан баҫылып сыҡҡан, халыҡ алдында башҡарылған әҫәрҙәр һәм ҡоролған эштәр дәғүә итә ала.
Р. Әхтәри исемендәге премияға дәғүә итеүгә әҫәрҙәрҙе һәм эштәрҙе предприятиелар, ойошмалар, учреждениелар, ижади союздар, уҡыу йорттары, йәмәғәт берекмәләре, киң мәғлүмәт саралары редакциялары, нәшриәттәр, ябай граждандар тәҡдим итә ала. Эштәр хеҙмәт коллективтары йыйылыштарында, коллегия, президиум, идара, художество советтары ултырыштарында, кандидаттың ижади өлөшөн иҫәпкә алып, тулы асыҡлыҡ шарттарында күрһәтелә. Дәғүә итеүсенең йәше сикләнмәй.
Әҙәби әҫәрҙәр нәшриәт һәм матбуғатта баҫылғандан һуң, ә музыка, театр, хореография, һынлы сәнғәт әҫәрҙәре улар менән күргәҙмәләрҙә, матбуғатта, концерттарҙа таныш-ҡандан һуң ғына премияға күрһәтелә ала.
Рәшит Әхтәри исемендәге премияға дәғүә иткән эштәрҙе 2026 йылдың 1 октябренә тиклем Башҡортостан Республикаһы, Мәсетле районы, Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 20 адресы буйынса 9-сы бүлмәгә, район комиссияһына килтерергә.

Автор: