Сара ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөүҙә туранан-тура ҡатнашҡан ирекле янғын һүндереүселәрҙең квалификация кимәлен күтәреү, уларҙа экстремаль шарттарҙа эшләү өсөн кәрәкле компетенция булдырыу, ирекле янғын һүндереү хәрәкәтен популярлаштырыу, шулай уҡ авария-ҡотҡарыу эштәрен башҡарыу өсөн кәрәкле белемде, күнекмәләрҙе һәм оҫталыҡты камиллаштырыу һәм иң квалификациялы белгестәрҙе асыҡлау маҡсатында ойошторолдо.
Ҡатнашыусылар янғын һүндереү өлкәһендә үҙҙәренең һөнәри оҫталыҡтарын, шул иҫәптән оперативлығын, хәрәкәттәрҙе координациялауҙы һәм юғары әҙерлек кимәлен күрһәтте. Ярыштар тиҙлеккә янғын һүндереү бурыстарын үтәү форматында үткәрелде.
Конкурсты үткәреү өсөн янғынға ҡаршы техниканы һәм ҡорамалдарҙы райондың 86-сы янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы бирҙе.
Ярыш йомғаҡтары буйынса беренсе урынды Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһенең ирекле янғын һүндереүселәр командаһы яуланы, икенсе урынды Ростов ауыл биләмәһенең ирекле янғын һүндереү командаһы ағзалары алды.
Район территорияһында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә ирекле янғын һүндереүселәрҙең һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтарының роле ҙур булыуын билдәләп үтергә кәрәк.
Альбина ЗАРИПОВА.