Бына улар - еңеүселәр:
«Эре тораҡ пункттар» номинацияһында:
I урын – Балаҡатай районы, Билән ауылы;
II урын – Ауырғазы районы, Исмәғил ауылы;
III урын – Ҡариҙел районы, Абыҙ ауылы.
«Ҙур тораҡ пункттар» номинацияһында:
I урын – Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш ауылы;
II урын – Күгәрсен районы, Тәүәкән ауылы;
III урын – Бөрйән районы, Ырғыҙлы ауылы.
«Урта тораҡ пункттар» номинацияһында:
I урын – Асҡын районы, Әмир ауылы;
II урын – Благовар районы, Яныш ауылы;
III урын – Стәрлетамаҡ районы, Айыусы ауылы.
«Бәләкәй тораҡ пункттар» номинацияһында:
I урын – Ейәнсура районы, Кинйәбулат ауылы;
II урын – Борай районы, Алтайыу ауылы;
III урын – Туймазы районы, Бәйрәкәтүбә ауылы.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, «Айыҡ ауыл» – ул сәләмәт тормош биләмәһе, демографияны, социаль именлекте яҡшыртыу, ныҡлы ғаиләләр, бәхетле балалар.
«Конкурстың приз фонды һәм проекттың популярлығы йылдан-йыл арта бара. Шул уҡ ваҡытта аҡсаның күпселек өлөшө конкурста еңгән ауылдарҙың биләмәләрен төҙөкләндереүгә йүнәлтелә. Шулай ҙа төп маҡсат – ватандаштарыбыҙҙың, яҡташтарыбыҙҙың һаулығы. Республикала ялған хәмер эсеп үлеү осраҡтары, енәйәтселек һәм социаль етемлек кимәле кәмей», — тип билдәләне Толкачев.
Автор:Инсаф Хужабиргәнов