Билдәле яҙыусы – “Смартфонда соло” Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты, “Дәүер тауышы” республика әҙәби патриотик әҫәрҙәр конкурсы еңеүсеһе Мәүлиҙә Әхмәтйәнова рәйеслегендәге жюри ағзалары район әҙиптәренең ижадын баһаланы. Әйтергә кәрәк, ҡатнашыусылар даирәһе киң: донъяға төрлө ҡарашлы, төрлө йәштәге уҡыусылар һәм өлкәндәр төрлө телдәрҙә үҙҙәренең әҫәрҙәрен тәҡдим итте. Башҡорт, татар һәм рус телдәрендә шиғырҙар, хикәйәләр, әҫәрҙәр яңғыраны. Йәш һәм милләт айырмаһына ҡарамаҫтан, уларҙы уртаҡ хистәр берләштерә: тыуған ергә һөйөү, Ватаныбыҙҙы яҡлаусы яҡташтарыбыҙға хөрмәт. Һәр ҡатнашыусы бирелгән теманы аса алды – әҫәрҙәр Рәсәй Федерацияһында Ватанды һаҡлаусы йылына, Башҡортостан Республикаһында Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына, Мәсетле районының 95 йыллығына арналды.
Мәсетле китапхана системаһы директоры Светлана Ғәлимова конкурста ҡатнашыу-сыларға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Жюри ағзаһы, район мәғариф бүлеге методисы Венера Шафиҡова уҡыусыларға дипломдар һәм бүләктәр тапшырып, конкурста күп йәш һәләттәрҙе күреүенә шат булыуын белдерҙе.
Конкурс йомғаҡтары буйынса “Өлкәндәр. Проза” номинацияһында I дәрәжә лауреат исеменә Сажиҙә Фәйзрахманова лайыҡ булды (Әбд-рәхим ауылы), II дәрәжә лауреат – Наил Нуриев (Яңы Мөслим).
“Өлкәндәр. Шиғриәт” номинацияһында I дәрәжә лауреат исеме Сәриә Нуриеваға бирелде (Яңы Мөслим), II дәрәжә лауреат – Ғәлиә Йосопова (Әжекәй), III дәрәжә лауреат – Сәриә Таһирова (Әбдрәхим) һәм Әминә Ҡотлоева (Һөләймән).
Уҡыусылар араһында I дәрәжә лауреат – Алина Кашапова (Түбәнге Бобин), II дәрәжә лауреат – Виктория Котова (Түбәнге Бобин), III дәрәжә лауреат – Анна Бумько (Түбәнге Бобин) һәм Залина Кәримова (Яңы Мөслим).
“Мәсетле тормошо” район гәзите редакцияһы призына иң йәш ҡатнашыусы – Түбәнге Бобин мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы Ева Новоселова лайыҡ булды. Ул үҙенең башҡарыуы һәм ихласлығы менән бөтәһенең дә иғтибарын яуланы.
Светлана Таһир ҡыҙы һәм Мәүлиҙә Сәфәрғәли ҡыҙы авторҙарға ижади уңыштар теләнеләр һәм артабанғы хеҙмәттәшлеккә, ә йәш ҡатнашыусылар өлгәшелгәндә туҡтап ҡалмаҫ тигән өмөт белдерҙеләр.
Зөһрә ҒӘНИЕВА, жюри ағзаһы.