Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
21 Ғинуар , 10:50

Коньки урынына – быйма

Ясин ауылында “Айыҡ ауыл-2025” республика конкурсы сиктәрендә спорт байрамы уҙҙы – быйма кейеп хоккей уйнанылар.

Коньки урынына – быйма
Коньки урынына – быйма

Совет заманында һәр малай быйма кейеп хоккей уйнай ине тиерлек, ә бөгөн был уйын ҡайтанан тергеҙелә. Быйма кейеп хоккей уйнау ҡағиҙәләре традицион уйындан айырылмай, бары шайба урынына теннис тубы файҙаланыла, ә коньки урынына уйынсылар быйма кейә, ҡиммәтле экипировкаға мохтаж түгел. Шуға күрә һәр кем бындай хоккейҙа ҡатнаша ала.
Быйма кейеп (йәки ботинкала) боҙҙа уйнау еңелдән түгел: аяҡта ныҡлы баҫып торорға, өҫтәүенә тиҙ йүгерергә, ҡаршы яҡтың ҡапҡаһына туп индерергә кәрәк.
Ясин ауылында уҙған турнир Яңы Мишәр ауыл биләмәһе спортсыларын һәм әүҙем ял һөйөүселәрен берләштерҙе. Улар бер нисә командаға бүленде. Спортсыларға ярҙамға туғандары, күршеләре һәм дуҫтары килде.
Командалар еңеү өсөн көрәшкән арала балалар тюбинг менән шыуҙы, улар ҙа ваҡытын күңелле һәм һаулыҡ өсөн файҙалы итеп үткәрҙе.
Спорт байрамы татлы һый менән тулы өҫтәл артында сәй эсеү менән тамамланды.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.

Автор: