Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
13 Май , 10:45

Һуғыш тураһында шиғырҙар һәм проза

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығы алдынан 12 апрелдән 27-һенә тиклем район мәктәптәренең 4 – 11 класс уҡыусылары араһында “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Һуғыш хаҡында шиғырҙар һәм проза әҫәрҙәре” тасуири шиғыр һөйләүселәр конкурсы уҙҙы.

Һуғыш тураһында шиғырҙар һәм проза
Һуғыш тураһында шиғырҙар һәм проза

Беренсе этапта райондың 79 уҡыусыһы ҡатнашты. 6 майҙа Оло Ыҡтамаҡ лицейында үткән икенсе этапта 35 конкурсант сығыш яһаны, улар конкурс йомғаҡтары буйынса почет грамоталары менән бүләкләнде.
Быйыл уҡыусылар рус телендә генә түгел, туған телдә лә шиғырҙар уҡыны, шулай уҡ жюри иғтибарына үҙҙәре яҙған әҫәрҙәрен тәҡдим итте.
Һәр йәш төркөмөндә еңеүселәр билдәләнде. Шулай итеп, 4-се класс уҡыусылары араһында – Мәләкәҫ мәктәбе уҡыусыһы Ролан Вәлиәхмәтов (уҡытыусыһы – Рәйлә Фазлыева), 5-се кластар араһында лицей уҡыусыһы – Абигаль Закирова (Нина Ярушина), 6-сы кластар араһында – Александр Крючков (Татьяна Сычкина), 7-се кластар араһында – Трофим Крючков (Ольга Дәүләтшина), 8-се кластар араһында – Самира Ғәлимйәнова (Татьяна Сычкина), шулай уҡ 9-сы кластар араһында – Екатерина Мусихина (Нина Ярушина), 10 – 11 кластар араһында Дыуан-Мәсетле мәктәбе уҡыусыһы Аделина Әлхәйҙәрова (Рәмил Әлхәйҙәров) еңеүсе булды.
“Автор башҡарыуында шиғыр” номинацияһында лицейҙың 8 “Б” класс уҡыусыһы Лилиана Миңлеәхмәтова еңде (Татьяна Сычкина).
Һуғыш тураһында шиғыр-ҙар – ул шиғри юл ғына түгел, тарихи мираҫ та. Тап улар ярҙамында беҙ ата-бабаларыбыҙҙың ауыр һуғыш йылдарында кисергәне тураһында белә алабыҙ.
Амира ВЕРЗАКОВА әҙерләне.

Һуғыш тураһында шиғырҙар һәм проза
Һуғыш тураһында шиғырҙар һәм проза
Автор: