Һәр кемдең үҙенең тыуған төйәген – тыуған һәм үҫкән, йәшәгән һәм эшләгән ерен – яратыуы бер кемгә лә сер түгел. Һәр беребеҙ тыуған яғын, ауылын, йәшәгән урамын яҡын күрә. Шағирҙар тыуған ерен данлап шиғырҙар яҙа, композиторҙар көйҙәрен бағышлай. Ә тыуған ауылды унда бөгөн донъя көткән халҡы йәшәтә. Йәшәтеп кенә ҡалмай, гөрләтә.
Айыҡ тормошҡа бағышланған Яңы йыл алды сараһында һөләймәндәр сираттағы тапҡыр үҙҙәренең оҫталығын, дуҫлығын, ярҙамсыллығын, эскерһеҙлеген күрһәтте. Ауыл халҡы һәр Яңы йыл байрамын ҙур әҙерлек менән ҡаршылай. Был юлы ла Һөләймән ауылының Революция, Әй, Механизаторҙар, Тыныслыҡ, Яңы һәм Комаров урамдарында йәшәүселәр сағыу байрам ойошторҙо. Улар башҡорт милли ризыҡтарынан һәм төрлө тәм-томдан һығылып торған байрам өҫтәле әҙерләгән, ҡарҙан төрлө һындар яһаған.
Сарала ҡатнашыусыларға тәбрикләү телмәре менән Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Раил Низамов һәм ауылдың “Ағинәйҙәр” ҡоро ағзаһы Фәйрүзә Дусмөхәмәтова мөрәжәғәт итте. Улар, халыҡты сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға саҡырып, былай тине:
– Айыҡ тормош тураһында хәстәрлек беҙҙең өсөн һәр саҡ көнүҙәк булып ҡала. Кешеләр хәмерҙең шатлыҡ килтермәүен, ә бәләгә илтеүен аңлай. Беҙ сәләмәт ғаиләлә сәләмәт балалар үҫтерергә, юғары әхлаҡи ҡиммәттәрҙе өҫтөн күрергә тейешбеҙ, ә улар сәләмәт йәшәү рәүеше алып барғанда, дөрөҫ ғәҙәттәргә эйәргәндә, йәшәргә һәм үҫешергә теләгәндә генә мөмкин. Ауылыбыҙҙа ойошторолған барлыҡ саралар ҙа тап ошоға йүнәлтелгән.
Һуңынан һәр урамдың әүҙемдәре карнавал костюмдарында Яңы йыл темаһына ҙур булмаған инсценировка күрһәтте. Ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, “Ағинәйҙәр” ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары менән берлектә әҙерләнгән концерт номерҙары сараны биҙәне.
Ауыл халҡы әҙерләгән музыкаль номерҙарҙы һәм ҡар һындарҙы Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Раил Низамов, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы аҡһаҡалы, билдәле умартасы Әхмәтнур Хафизов, Ләмәҙтамаҡ клубы хеҙмәткәрҙәре Рита Ҡотлоева һәм Таңһылыу Мозафарова, шулай уҡ Ләмәҙтамаҡ ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары Алсылыу Дилмөхәмәтова һәм Динара Хәйбуллина баһаланы.
Һәр урамда ҡунаҡтарҙы башҡорт халҡының милли ризыҡтары сәк-сәк, ҡоймаҡ, ҡымыҙ һәм сәй менән ҡаршы алдылар.
Һөләймән ауылы халҡы бергәләп күңел асты, бер-береһенә яҡшы кәйеф бүләк итте. Байрам йомғаҡтары 31 декабрҙә Яңы йылға арналған тантаналы сарала иғлан ителде.
“Айыҡ ауыл” республика конкурсы барышында ойошторолған урамдар байрамы күршеләрҙе тағы ла нығыраҡ яҡынайтып, уртаҡ йортто тәртиптә тотоуға берләштерә, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуға ҙур этәргес булып тора.
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.