Спиртлы эсемлектәр менән артыҡ мауығыу халыҡ араһында үлем һаны буйынса йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология ауырыуҙарынан һуң өсөнсө урынды биләй. Ә алкоголле эсемлектәрҙе даими ҡулланыусылар яҡынса 15-20 йылға кәмерәк йәшәй.
Бөтә донъя айыҡлыҡ көнө менән бәйле 3 октябрҙә Мәсетле районының бөтә ауыл биләмәләрендә төрлө саралар ойошторолдо. Әйтәйек, Әләгәҙ ауылынан китапханасы Марина Серебренникова үҫеп килеүсе быуын менән алкоголдең зыяны темаһына әңгәмә үткәрҙе, артабан балаларға спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙың эҙемтәләре тураһында буклеттар таратты.
Абдулла ауылы клубы хеҙмәткәрҙәре “Һаулығым тәртиптә – зарядкаға рәхмәт!” лозунгыһы менән саф һауала зарядка ойошторҙо (һүрәттә). Башҡа ауыл биләмәләрендә агитация саралары уҙҙы, унда халыҡҡа листовкалар таратылды.
Ләйсән АБЗАНОВА.