Ун йылдан ашыу уҙғарылып килгән конкурстың ыңғай тәжрибәһе менән күрше Удмуртия, Татарстан республикалары, Свердловск, Ырымбур, Силәбе өлкәләре, Пермь крайы ғына түгел, Бүрәт Республикаһы, Байкал аръяғы крайы һәм Яҡутстан да ҡыҙыҡһынды.
Быйыл конкурс 2023 йылдың 1 авгусынан старт алды. I этап (муниципаль) 30 ноябргә тиклем дауам итә. II этап (республика этабы) 1 декабрҙән киләһе йылдың 30 апреленә тиклем барасаҡ. Конкурс йомғаҡтары буйынса 2024 йылдың апрелендә түбәндәге номинацияларҙың һәр береһендә өсөшәр еңеүсе билдәләнәсәк: “Эре торама пункттар”, “Ҙур ауылдар”, “Уртаса ауылдар”, “Бәләкәй ауылдар”.
Конкурста ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу 1 сентябрҙән башланды. Мәсетле районы халҡы уға әүҙем ҡушылды.
Дыуан-Мәсетле ауылында “Айыҡ ауыл-2023” конкурсы барышында уңыш байрамы, балалар менән саф һауала уйындар кеүек саралар ойошторолдо. Шулай уҡ гуманитар ярҙам менән махсус хәрби операция зонаһына ебәреү өсөн йөн ойоҡбаштар бәйләп ебәреүгә әҙерлек эшен башлап, йөн тетеү өмәһен үткәрҙеләр. Дыуанмәсетлеләр Педагог һәм остаз йылына арнап ветерандар менән осрашыу ойошторҙо. Ҡунаҡтарҙың милли кейемдә килеүе сараға йәм өҫтәне.
Конкурстың муниципаль этабында ҡатнашыусы тағы ла бер ауыл – Яңы Мишәр. Халыҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Айыу” шартлы исемле яугир хөрмәтенә ҡорбан ашын үткәрҙе, Көршәле ауылынан күп балалы ғаилә хөрмәтенә аят ашына йыйылдылар. Шулай уҡ ауылда ҡаҙ өмәһе һәм уңыш байрамы ойошторолдо. Яңымишәрҙәр Бөтә донъя айыҡлыҡ көнөн дә иғтибарһыҙ ҡалдырманы, был көндө улар скандинавса йөрөү марафонына сыҡты.
Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 29 сентябрҙәге 39-се һанында уҡығыҙ.