Мәсетле тормошо
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
20 Сентябрь 2023, 09:15

Туристик фестиваль

7 – 10 сентябрҙә Благовещен районы “Өфө ыласыны” спорт үҙәгендә Башҡортостан Республикаһы уҡыусылары араһында 73-сө республика туристик фестивале уҙҙы.

Туристик фестиваль
Туристик фестиваль

Сараға республика райондарынан һәм ҡалаларынан 22 команда, 198 ҡатнашыусы һәм етәксе килде.
Мәсетле районынан фестивалдә Фәрҙиән Мөхәмәтов етәкселегендәге “Йәйәүлеләр туризмы” берләшмәһе балалары һәм оҙатыусы-судья Анзалита Мусина ҡатнашты.
Өс көн дауамында балалар йәйәүлеләр һәм һыу дистанцияһында, “Торған урынды билдәләү” этабында һәм конкурс программаһында көс һынашты.
Программа бай һәм ҡыҙыҡлы булды. Ҡатнашыусылар төрлө оҫталыҡ һәм ижади идеялар күрһәтә алды.
Һауа торошо ямғырлы, һалҡынса һәм елле булыуға ҡарамаҫтан, йәш туристар, дистанцияла судья һәм фотохәбәрсе булған уларҙың остаздары барлыҡ туристик ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыҡты.
Һыу дистанцияһында, катамаранда беҙҙең команда икенсе урын алды, ә тыуған яҡты өйрәнеүселәр конкурсында беҙ беренсе булдыҡ.

Юлиә ҠОТЛОЕВА,
Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң өҫтәлмә
белем биреү педагогы.

Автор: